Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Декабрь 2023, 12:55

ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ ДАУАМ ИТӘ

Балалар өсөн муниципаль шыршы байрамы ойошторолдо

ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ ДАУАМ ИТӘ
ЯҢЫ ЙЫЛ МАЖАРАЛАРЫ ДАУАМ ИТӘ
  • Яңы йылға ла һанаулы ғына көндәр ҡалды.
  •  
  • Төрлө ерҙә боҙ һындары, тауҙар, матур биҙәлгән шыршылар барлыҡҡа килде.
  •  
  • Талбазыла үҙәк район шыршыһын асыу тантанаһы булды. Балалар өсөн муниципаль шыршы байрамы ойошторолдо. Унда уҡыуҙа, спортта яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән уҡыусыларҙы йыйҙылар. Шулай уҡ аталары махсус хәрби операцияла булған ғаиләләрҙән балалар саҡырылды.
  • Район хакимиәте башлығы Арслан Шәһәретдинов етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, балаларға изге теләктәрен еткерҙе.
  • Йәш тамашасыларға «Экос» театр студияһы мажаралы Яңы йыл әкиәт-спектакле күрһәттеләр. Холда түңәрәктә йырҙар йырлап, бейеп, Ҡыш бабайға шиғырҙар һөйләп, балалар шат кәйефтә таралышты.
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: