Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Декабрь 2023, 00:08

АУЫРҒАЗЫ ҠЫҘЫ – ҠЫТАЙҘА!

Алина Ризуанова «Miss Tourism World-2023» тип исемләнгән халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында Башҡортостан данын яҡлай.

АУЫРҒАЗЫ ҠЫҘЫ – ҠЫТАЙҘА!
АУЫРҒАЗЫ ҠЫҘЫ – ҠЫТАЙҘА!

«Мисс Республика-2022» исеменә лайыҡ булыусы яҡташыбыҙ Алина Ҡытайҙа декабрҙең 7-һенән 25-енә тиклем дауам иткән бәйгелә көс һынай. 

 

Усман ауылы (Таштамаҡ ауыл Советы) һылыуына 23 йәш, ул әле  Өфө фән һәм технологиялар университеты магистранты.

 

Тыуған ауылында башланғыс кластың ике йылын уҡып өлгөрә. Мәктәп ябылғас, Түрһәгәҙе ауылына мәктәп автобусында йөрөтәләр. Башланғыс кластарҙағы уҡытыусыһы Флүзә Тимербулатова әйтеүенсә, һәр саҡ тырыш, әүҙем ҡыҙ уҡыуҙа ла, йәмәғәт эштәрендә лә алдынғы була. Спортты ла ярата. Класташы Лиана менән бергә бөтә сараларҙа ла ҡатнашалар. Ярҙамсыл, бөтә эштәрҙе лә яуаплылыҡ менән башҡарған Алина Түрһәгәҙелә туғыҙынсы класты ҡыҙыл аттестат менән, Р.Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһында 10-11-се кластарҙы алтын миҙалға тамамлай.  


Әйткәндәй, уның Түрһәгәҙенән әсәһе яҡлап өләсәһе шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың апайы булған.

Ауырғазы һылыуына халыҡ-ара сәхнәлә уңыштар һәм еңеү теләйбеҙ! 

 

PS: Конкурсҡа бөтә донъянан 62 ҡатнашыусы йыйылған. Был сарала төбәктәр араһында беҙҙең Башҡортостан һәм Ҡытайҙан ике төбәк күрһәтелгән, ҡалғандары - илдәр!

АУЫРҒАЗЫ ҠЫҘЫ – ҠЫТАЙҘА!
АУЫРҒАЗЫ ҠЫҘЫ – ҠЫТАЙҘА!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: