Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Декабрь 2023, 12:02

ҺӘР ЯҠЛАП ҺӘЛӘТЛЕ ЗӨЛФИӘ!

Талбазы ауылынан төрлө яҡлап һәләтле Зөлфиә Сидорова  Тверь ҡалаһында "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй конкурсы финалында ҡатнашты.

ҺӘР ЯҠЛАП ҺӘЛӘТЛЕ ЗӨЛФИӘ!
ҺӘР ЯҠЛАП ҺӘЛӘТЛЕ ЗӨЛФИӘ!

Ул Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһында эшләй. Төп эшенән тыш, йөндән төрлө әйберҙәр баҫырға, тегеү эштәре менән шөғөлләнергә лә өлгөрә, ҡатын-ҡыҙ матурлығына ла өлөш индерә. Матур йырлай, шиғырҙар яҙа, ғөмүмән, төрлө яҡлап килгән.

Һәр эшен теүәл башҡарып өйрәнгән Зөлфиә Фәрит ҡыҙы “Туристик сувенир” конкурсында ла призлы урындар яуланы. Уның йөндән эшләнгән “Башҡорт айыуы” сувениры – беренсе урынға, һабын-йыуғысы өсөнсө урынға лайыҡ булды.

 

Үҙенең социаль селтәрендә ул был конкурсты ойоштороусыларға ҙур рәхмәтен белдерҙе: “Миңә был байрамда Башҡортостан командаһының күрһәтеү мөмкинлеге бирелгән өсөн айырым рәхмәт. Беҙҙең эштәр юғары баһаланды. Минең йөндән эшләгән әйберҙәрем төрлө йүнәлештә таралдылар һәм улар илебеҙҙең төрлө мөйөшөндә минең һатып алыусыларыма йылылыҡ бирер – был бик шәп, әлбиттә. Бындай саралар ижади көс, энергия бирә, йөрәк ҡушыуы менән һайланған юлдың дөрөҫ икәнлегенә ышаныс өҫтәй. Ә Terra Bashkiria менән Рәсәй буйлап сәйәхәт итеү еңел һәм рәхәт”.

 

Әйткәндәй, Зөлфиә махсус хәрби операциялағы егеттәргә лә ҙур ярҙам күрһәтә. Уларға аяҡтарына йылы быймабаштар (чуни) әҙерләне, әле йөн поястар эшләй.

ҺӘР ЯҠЛАП ҺӘЛӘТЛЕ ЗӨЛФИӘ!
ҺӘР ЯҠЛАП ҺӘЛӘТЛЕ ЗӨЛФИӘ!
ҺӘР ЯҠЛАП ҺӘЛӘТЛЕ ЗӨЛФИӘ!
ҺӘР ЯҠЛАП ҺӘЛӘТЛЕ ЗӨЛФИӘ!
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: