Фәриҙә Ҡудашева менән Бәхти Ғайсин ижадына арналған йыр-моң бәйгеһе быйыл ун йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Ул ике номинацияла үткәрелә: Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан йыр башҡарыу һәм Бәхти Ғайсин әҫәрҙәрен музыка ҡоралдарында башҡарыу.
Ауырғазының һәүәҫкәрҙәре лә юғары бүләктәр алып ҡайтты.
Финә Абдуллинала вокал серҙәрен алыусы Физалиә Кәлимуллина «Вокал башҡарыу оҫталығы» номинацияһында I дәрәжә дипломға лайыҡ булды..
Кәлсербуран ауылынан Илшат Ғәлиев «Инструменталь башҡарыу» номинацияһында шулай уҡ I дәрәжә диплом алды һәм тальян гармун менән бүләкләнде.
Ансамблдәр араһында Фәим Ғайсин етәкселегендәге «Дуҫлыҡ» ҡурайсылары III дәрәжә диплом менән, шулай уҡ ошо ансамблдең ҡатнашыусыһы Әмир Абдрахмановҡа конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы булараҡ диплом бирелде.
Б.Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбенән Рәмис Фасиҡов «Инструменталь башҡарыу» номинацияһында III дәрәжә, Ибрай ауылынан Фәиз Сафиуллин «Фестивалгә тоғролоҡ өсөн», Атйетәр ауылынан Гүзәл Әмирова менән Әлфиә Булатова «Вокал башҡарыу» номинацияһында, «Тосма» баянсылар һәм тальянсылар ансамбле ҡатнашҡан өсөн дипломдар менән билдәләнде.
Афарин, артабан да яңы уңыштар, яңы үрҙәр яуларға насип булһын!