Рух
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Ноябрь 2023, 13:19

РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА

Төрөмбәт мәктәбендә ысынында тарихи сара үтте: Рәшит Назаровтың хаттары ауылдаштары алдында Милли әҙәбиәт музейына тапшырылды.

РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА

Өфө ҡунаҡтарын иң беренсе Рәшит Назаровтың музейы менән таныштырҙылар. Уҡыусылар гид ролен бик яҡшы башҡарҙы. Улар талантлы яҡташтарының ижады, тормош юлы тураһында ҡыҫҡаса һөйләп,  шиғырҙарын да яттан уҡып ишеттерҙеләр.

Сараның төп өлөшө мәктәп фойеһында дауам итте. Хәтирәләр менән уртаҡлашыу, фекерҙәр менән бүлешеү йәнле барҙы.

Милли әҙәбиәт музейының хеҙмәткәре Зөлфирә Моратшина-Ҡарағужина музейҙың эше, архив материалдары менән таныштырҙы.

  • Әбйәлил районының яҙыусылары тураһында мәғлүмәт тупларға тип ҡайтып, Лүзә Сәхип ҡыҙында Рәшит Назаровтың үҙ ҡулдары менән яҙған ҡулъяҙмаһын күреп, ғәжәпләнеп ҡайттыҡ. Әрме хеҙмәтенән һуң нәҫер, хикәйәләр яҙған булған. Хаттары – айырым эпистоляр жанр булып тора. Улар Әсхәл Әхмәт-Хужаның архивында һаҡланған. Уның прозаһын баҫтырып сығарырға тигән уй-теләктәре лә көслө була, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның прозаик булғанын яңы ғына белдек.

Милли әҙәбиәт музейы директоры Миләүшә Ҡаһарманова үҙ сығышында  шағирҙы аҫылташ менән сағыштырҙы: «Беҙ беренсе тапҡыр был яҡтарҙа.  Шағир күҙлеге, уның күңеле, уның күҙе аша яҙылған тәбиғәт күренештәрен үҙебеҙҙең күҙҙәребеҙ менән күреп, уның аша ошо ерлекте ҡабул итеп килдек. Ваҡыт ул шундай нәмә: аҫылташтарҙы нимә генә аҫтында баҫылып ҡалмаһын, ул йыуып  сығара. Әгәр ҙә ул аҫылташ икән, уны бер ниндәй ҙә тут йә бысраҡ ала алмай, бер ниндәй ҙә заман еле,  заман ҡоромдары баҫып китә алмай, тип уйлайым мин. Рәшит Назаровтың ижады ла шундай. Музей эшенә килгәндә, 80 йыллыҡ юбилейына уның китабын сығарырға һәм тағы ла башҡа ҙур пландарыбыҙ күп. Һеҙҙең менән тығыҙыраҡ бәйләнештә эшләргә тигән өмөт менән йәшәйбеҙ».

«Йәшлек» гәзитенең хәбәрсеһе, шағирә Гөлнур Ҡыуатова Рәшит Сәйетбаттал улының тетрәндергес мөхәббәт тарихын һөйләне.  

Ғүмер буйы Әсхәл Әхмәт-Хужаның эргәһендә уның юлдашы, фекерҙәше, терәге булған хәләл ефете Лүзә Сәхип ҡыҙы был сараға алыҫ Әбйәлил районынан килеп етте. Ул Рәшит Назаров менән дуҫлыҡтары, бер-береһенең ижадына кәңәшсе булып та аралашыуҙары тураһында бәйән итте: «Таланттар күп ул, ә Рәшит Назаров кеүектәр һирәк. Ул бик аҡыллы кеше булды. Әсхәлдең ижадына ла үҙенең ҡарашын еткерә ине», - тип, уҡыусыларға китап уҡырға, шиғыр яратырға, телде өйрәнергә тигән теләктәрен дә белдерҙе.

Иҡтисад фәндәре кандидаты Илдар Ғәбитов Әсхәл ағаһының хаттарын Милли әҙәбиәт музейына тапшырҙы, ә Рәшит Назаровтың нәҫерҙәре һәм шиғыры баҫылған «Йәшлек», «Йәншишмә» гәзиттәренең яңы һандарын мәктәпкә бүләк итте.

Сара аҙағында Миләүшә Саяғәфәр ҡыҙы Айгиз Баймөхәмәтов менән икеһенең повестары ингән китабын бүләк итте.

Бында йыйылғандар өсөн Рәшит Назаровтың үҙ ҡулдары менән, тигеҙ почерк менән яҙған шиғырын күреү ҙә, хаттарын тотоп ҡарау ҙа бөйөк шағирға ҡағылышлы оло тарихҡа ҡағылыу менән бер булды. Яҡташыбыҙҙың әҙәби мираҫын өйрәнергә, яңы мәғлүмәттәр табырға, уны һаҡларға һәм халыҡҡа еткерергә теләүселәр булыуы уғата шатлыҡлы.

Эйе, Рәшит Назаровтың ижадын өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле. Икенсе йылға, 80 йыллыҡ юбилейына әлеге хаттары ла, нәҫерҙәре лә китап булып баҫылып сыҡһа, әҙәбиәт һөйөүселәр, шағирҙың ауылдаштары өсөн ҙур бүләк булып, шағир рухын ҡыуандырыр, әлбиттә.

РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
РӘШИТ НАЗАРОВ ИЖАДЫ – АСЫЛЫП БӨТӨЛМӘГӘН ХАЗИНА
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: