Бәйгелә ҡатнашыу өсөн сифатлы итеп төшөрөлгән видеокомпозицияларҙы «Бәйләнештә” социаль селтәрендәге шәхси сәхифәлә ҡуйырға, унан һылтанманы world@kurultai.ru почтаһына, йә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҠОРОЛТАЙ/КУРУЛТАЙ рәсми төркөмөнә ебәрергә кәрәк. Мәктәпкәсә йәштәге, мәктәп йәшендәге һәм өлкән йәштәгеләр араһында өс еңеүсе билдәләнәсәк. Тағы ла бер еңеүсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә тауыш биреү ярҙамында асыҡланасаҡ.
Конкурстың маҡсаты – балаларҙа һәм өлкәндәрҙә нәфис әҙәбиәткә һөйөү уятыу, тасуири шиғыр һөйләргә, сығыш яһарға өйрәтеү, Рәшит Назаровтың ижады менән таныштырыу. Еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы 2024 йылдың 14 декабрендә, Башҡорт теле көнөнө арналған тантаналы сара сиктәрендә уҙасаҡ.
Был иҫтәлекле көн һәм конкурс уңайынан Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдиновтан шиғри сәләм ҡабул итегеҙ, конкурсҡа ҡушылығыҙ, балаларҙы, йәштәрҙе әүҙем йәлеп итегеҙ!
#Ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #РашитНазаров #АургазинскийРайон #БашкирскийЯзык #Поэзия #Культура #СоюзПисателей #Бөтәдонъябашҡорттарыҡоролтайы #Ауырғазырайоныхакимиәте #РәшитНазаров #РәшитНазаровбеҙҙеңйөрәктәрҙә
https://vk.com/kurultaibashkir мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.