+11 °С
Облачно


Район хакимиәте вәкилдәре, ойошмалар етәкселәре, ветерандар Ватанды һаҡлаусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре һәйкәленә сәскәләр һалды. Еңеү паркында митинг үтте.
Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге көнө 2005 йылдан рәсми байрам итеп билдәләнә. Ул 1612 йылғы ваҡиғалар айҡанлы булдырылған. Ул Кузьма Минин менән Дмитрий Пожарский етәкселегендәге халыҡ ополчениеһы Мәскәүҙе поляк интервенттарынан азат итеүгә бәйле.