Мәҙәниәт
1 Ноябрь 2023, 11:52

Бөгөн - Рәшит Назаровтың тыуған көнө

Талбазы ауылында йәшәүсе Эмил Абдрахманов Р.Назаровтың "Мөхәббәт" шиғырына көй яҙған. 

Мөхәббәт.
#РәшитНазаров

Ташыу йылға булып таш һин,
Таң ҡояшы булып дөрлә,
Тынғы белмә, мөхәббәтем,
Һәм миңә лә тынғы бирмә.

Таша йылға яҙын ғына,
Ҡояш үрләй төшкә тиклем.
Аш һин ғүмер ярынан гел,
Берҙән-берем, һөйөүем минең!

Ғүмер юлы ҡыҫҡа һәр саҡ,
Мөхәббәттең юлы - сикһеҙ.
Ваҡыт үҙе табына уға,
Ғаләм ишеге уға бикһеҙ.

Киңлек - етем бейек күкһеҙ,
Мөхәббәтһеҙ ғүмер - үкһеҙ.
 
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас