Рух
+16 °С
Облачно
Мәҙәниәт
22 Октября 2023, 06:31

Аҡ торналар байрамы – хәтер, ҡайғы һәм яҡтылыҡ символы

22 октябрь Рәсәйҙә поэзия байрамы – Аҡ торналар көнө. Был матур ҡоштар хәтер, ҡайғы һәм шул уҡ ваҡытта яҡтылыҡ символы.  Һуғышта һәләк  булған һалдаттар иҫтәлегенә хөрмәт күрһәтелә, халыҡтар дуҫлығы данлана.

Аҡ торналар байрамы – хәтер, ҡайғы һәм яҡтылыҡ символыАҡ торналар байрамы – хәтер, ҡайғы һәм яҡтылыҡ символы
Аҡ торналар байрамы – хәтер, ҡайғы һәм яҡтылыҡ символы

Рәсүл Ғамзатовтың “Торналар” шиғырын барыбыҙ ҙа белә. Был көн шуға бәйле килеп сыҡҡан. Кавказда шундай ышаныу бар: вафат булғандар торналарға әүерелә.

22 октябрҙә Рәсәй мәктәптәрендә һәләк булған яугирҙарҙы иҫкә алыу саралары үтә. Төрлө ерҙә шиғыр кисәләре ойошторола. Үҙ ҡулдары менән эшләгән аҡ торналарҙы һауаға осороу традицияһы ла бар.

 

Төрлө халыҡтар мәҙәниәтендә аҡ торна изге башланғыстар символы ла булып тора. Беҙҙең илдәге әҙәбиәттә, шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҫәрҙәрҙә лә торна образы кеше рухының үлемһеҙлеге булып һынландырыла.

 

Һеҙҙең иғтибарға Марк Бернес шиғырына яҙылған “Торналар” йырын Фәрит Бикбулатов башҡарыуында тәҡдим итәбеҙ.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас