Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Сентябрь 2023, 10:54

ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ

Ауырғазы үҙәк район китапханаһында Минира Бикәнәсованың «Доға ҡөҙрәте» китабы менән таныштырыу кисәһе үтте. Ул Өлкән йәштәгеләргә хөрмәт көнөнә лә арналды.  

ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ

Сара бик тә йылы, тыныс, дуҫтарса мөхиттә барҙы. Бында ижадсының дуҫтары, уҡыусылары, ауылдаштары, әҙәбиәт һөйөүселәр йыйылды.

«Матур көйгә һалғым килә ошо ғүмер ағышын...» тип исемләнгән күргәҙмәлә химия-биология уҡытыусыһы Минира Винер ҡыҙының шиғыр һәм хикәйәләр йыйынтығы, төрлө әҙәби конкурстарҙа бирелгән диплом һәм почет грамоталары, матбуғатта баҫылған ижад емештәре урын алған. Уның мәҡәләләре республика халҡын ябай кешеләр тормошо менән таныштыра, әҙәби әҫәрҙәре тормошта булған хәл-ваҡиғаларҙы мауыҡтырғыс итеп уҡыусыға еткерә, шиғырҙары рухи аҙыҡ бирә, күңелгә моң булып урала. Сығыш яһаусылар ҙа уның ошо яҡтарын билдәләп үтте.

«Шоңҡар» журналының яуаплы сәркәтибе, журналист,яҙыусы Венер Исхаҡов та Ғафури районы Сәйетбаба ауылыныҡы. Ул ауылдашын ижад байрамы менән ҡотланы, мәктәп йылдарында Минираның уңыштарына һоҡланыуы, уның кеүек булырға теләүе тураһында һөйләне. Шулай уҡ ауылдаштары – яҙыусы Рәйлә Сабитова, «Мағаш тауышы» әҙәби берекмәһе етәксеһе Лилиә Миниязова – шатлыҡ уртаҡлашырға килеп еттеләр.

Муниципаль хеҙмәт ветераны Фәүзиә Юламанова, журналист, тәржемәсе Гөлфирә Ғәскәрова, ветерандар советы рәйесе Риф Рафиҡов, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Баһауетдинов, китапхана эше ветераны Зәмирә Хөсәйенова һәм башҡалар йылы ҡотлауҙарын, ихлас теләктәрен еткерҙе.

Нимәнән илһам ала, геройҙары, уларҙың исемдәре ҡайҙан алынған, әҙәрҙең сюжеты ҡайҙан килеп сыҡҡан, шиғырҙарының төп темаһы ниндәй? Ошондай һәм башҡа һорауҙарға Минира Винер ҡыҙы ихлас яуап бирҙе. Барыһы ла тормоштан, әсәһе һөйләгән иҫтәлектәрҙән әҙәби әҫәргә әйләнгән ваҡиғалар, ҡайһыларында исемдәр ҙә һаҡланып ҡалған.

Бикәнәсованың йырға һалынған шиғырҙары ла бар. Урал Иҙелбаев «Әсә» шиғырына көй яҙған.Үҙебеҙҙең районда йәш композитор Эмил Абдрахманов Минира Бикәнәсованың ижадын яҡын күрә. Ул  «Йәйҙәр үтте, тимәгеҙ» шиғырына көй яҙған. Уны тамашасыларға йырлап та күрһәтте.

Төрөмбәт мәктәбе уҡыусылары шиғырҙар һөйләне, «Йыйын» фольклор коллективы музыкаль күстәнәс бүләк итте.

Ижад кисәһе бер тында үтте, сәй табына артында йәнле һөйләшеүҙәр дауам итте.

Барлыҡ өлкән йәштәгеләрҙе байрам менән ҡотлап, иң изге теләктәр әйтелде.

Бәхетле әсәй, өләсәй, бәхетле ҡатын, бәхетле бала (уның әсәһе ғаиләләрендә бергә йәшәй), бәхетле ижадсы һәм уҡытыусы Минира Винер ҡыҙының ижад шишмәһе урғылып торһон, илһамы һүнмәһен, һүрелмәһен!!! Яңы үрҙәр яуларға насип булһын!

Илһамлы әҙәбиәт кисәһе ойошторған китапхана хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәт, эштәрегеҙ уң булһын!

ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
ӘҘӘБИ КИСӘ КҮҢЕЛДӘРГӘ ИЛҺАМ ӨҪТӘНЕ
Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: