-28 °С
Болотло
Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡыусылары «Тарихты һаҡлаусылар» Бөтә Рәсәй проектына ҡушылды. Был хәрәкәттең әүҙем ағзалары төрлө изге һәм файҙалы эштәр менән шөғөлләнә.
Был аҙнала уҡыусылар Ватан һаҡсылары һәм тыл хеҙмәтсәндәре иҫтәлегенә ҡуйылған Мемориалдың тирә-яғын таҙартты. Йәштәр үҙ иленең тарихы менән ғорурланған, уны өйрәнгән, ата-бабалары ҡаһарманлығын хәтерендә тотҡан һәм хөрмәт иткән ысын патриоттар булып үҫә.