Иҫке Әбсәләм ауылында айыҡ тормош рәүеше традицияларын һаҡлау, сәләмәт йәшәү нормаларын, халыҡтың йәмәғәт әүҙемлеген үҫтереү өсөн төрлө эштәр башҡарыла.
Бөгөн иртә менән ауылдың спорт майҙанында «Сәләмәт булыу – бик шәп!» спорт сәғәте үтте. Өршәк ауыл биләмәһе ауыл советы башлығы Р.Абдрахманов барлыҡ ҡатнашыусыларҙы сәләмләне: «Һаулыҡ – ул кешегә тәбиғәттән бирелгән ҡиммәтле бүләк. Ул беҙҙең бөйөк именлегебеҙ. Һаулыҡтан тыш тормошобоҙҙо ҡыҙыҡлы һәм бәхетле итеү мөмкин түгел. Күп кеше был бүләкте бушҡа сарыф итә, сәләмәтлекте юғалтыу бик еңел икәнен онота, ә бына уны кире ҡайтарыуы ауыр, ҡайһы саҡ мөмкин дә түгел». Ул төрлө күнекмәләр күрһәтте.
Барыһы ла был күнекмәләрҙән дәрт алды. Мәҙәниәт йорто һәм китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө уйындар һәм күңелле музыка аҫтында флешмоб ойошторҙо. Ауыл кешеләре яҡшы кәйеф менән таралышты.