Бында Мораҙым, Төрөмбәт, Таштамаҡ, Нәзметдин һ.б. ауылдарҙан тыш, күрше райондарҙан да, Красноусол шифаханаһынан да тирмәләр ҡуйылғайны. Һәр ерҙә самауыр ҡайнай, ҡаҙандар аҫылған. Тирмә эсендә өҫтәлдәр милли аш-һыу, һый-ниғмәттәп һығылып тора.
Оҫта ҡулдар күргәҙмәләре лә күп халыҡты ҡыҙыҡһындырҙы. Гөлфиә Ханнанова үҙ ҡулы менән яҡташ шағирҙар ижадын сигеп, рамдарға ҡуйған. Ул был эште бөтә күңелен биреп, һәр шиғырға ауаздаш фон һәм рәсемде ентекле һайлап, төҫтәрҙе тура килтереп башҡара. Шуғалыр ҙа, уның эшен күп тапҡырҙар күргән кешеләр ҙә ҡабаттан килеп һоҡланыуын белдерә.
Бер урында маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә бара. Теләүселәр килеп үреп тә ҡарайҙар.
Ә был ваҡытта сәхнәнән концерт дауам итә. Матур йырҙар, дәртле бейеүҙәр, төрлө милли кейемдәге урындағы әртистәр, Өфө ҡунаҡтары бер-береһен алыштырып тора.