Рух
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2023, 19:53

ДӘРТЛӘНДЕРӘ ҠУРАЙ МОҢДАРЫ

13 май Мәләүез ҡалаһында үткән ҡурайсылар бәйгеһендә Ғайсиндар ҙа уңышлы сығыш яһаны

ДӘРТЛӘНДЕРӘ ҠУРАЙ  МОҢДАРЫ
ДӘРТЛӘНДЕРӘ ҠУРАЙ МОҢДАРЫ

Мәләүездә Ғәли Ильясов исемендәге асыҡ ҡурайсылар бәйгеһенә республиканың яҡын ҡала-райондарынан ҡурайсылар килде.

Талбазынан Бәхти Ғайсин исемендәге музыка мәктәбе уҡытыусыһы Фәим Салауат улы үҙенең улы Батырхан менән сығыш яһаны.

Батырхан 12-15 йәшлектәр категорияһында баһалама ағзаларына “Зәлифәкәй”,  “Боронғо һалдат маршы” тигән көйҙәрен уйнап күрһәтә, уға ҡатнашыусы дипломы тапшырыла.

18 йәштән өлкән ҡурайсылар араһында Фәим Салауат улы икенсе урын яулаған. Ул башҡорт халыҡ йыры “Урал”ды һәм “Томансы-Көнгәк бейеү көйҙәрен” башҡара. Был турала ул бына нимә ти: “Был көй Мәләүез районы Томансы ауылынан сыҡҡан. 1812 йылдан алып килә. Халыҡ йыйылып, һалдаттарҙы һуғышҡа оҙатҡанда уйнағандар. Бик һирәк уйналған, халыҡ араһында бик ишетелмәгән, олатайҙарҙан ҡалған бик матур көй”.

Боронғо көйҙәрҙе киң тамашасыға еткереүҙәре лә бик маҡтаулы. Афарин, үҙ эштәрегеҙҙең уңышлы емештәрен күреп торорға яҙһын!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: