-14 °С
Болотло
ЙОМҒАҠ
(Минира БИКӘНӘСОВА).
Төрлө төҫтәрҙән алдымда
Йомғаҡҡа уралған еп.
Яҙмыш ҡушыуы буйынса
Биҙәк яһайым теҙеп.
Алһыу төҫө – бала сағым,
Алтынын ҡушып теҙәм.
Йәшлек йылым – ҡыҙыл төҫтән,
Гөлләмәләрен һибәм.
Йәшел ҡушып йәшәрәйем,
Йәшлек үтеп тә киткән.
Аҡ ҡылғандар болондағы –
Сал сәсем төҫө икән.
Гел шатлыҡлы үтмәй тормош,
Һарыһы – һағыштарым.
Был донъялар үкенесле:
Һоро төҫ – яңлыштарым....
Ҡараларын алып ҡуям,
Был төҫтәр теҙелмәһен.
Шатлыҡтан йәштәр тамһа ла,
Ҡайғынан – түгелмәһен.
Зәңгәр, күкһел, ҡыҙылһыуы...
Ниндәй төҫ теҙәм тағын?
Нағыштарҙан биҙәк яһап
Һүтәм ғүмер йомғағын...