Рух
-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2023, 19:32

ТАЛБАЗЫ ҮҘӘК РАЙОН ДАУАХАНАҺЫ ТАБИП-ТЕРАПЕВЫ «ҠАТЫН-ҠЫҘ-МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ» КОНКУРСЫНЫҢ ФИНАЛЫНА ҮТТЕ

Ауырғазы районынан унда ҡатнашыусыларҙың береһе - район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире Лиана Мәзитова.

ТАЛБАЗЫ ҮҘӘК РАЙОН ДАУАХАНАҺЫ ТАБИП-ТЕРАПЕВЫ «ҠАТЫН-ҠЫҘ-МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ» КОНКУРСЫНЫҢ ФИНАЛЫНА ҮТТЕ
ТАЛБАЗЫ ҮҘӘК РАЙОН ДАУАХАНАҺЫ ТАБИП-ТЕРАПЕВЫ «ҠАТЫН-ҠЫҘ-МИЛЛӘТ ӘСӘҺЕ» КОНКУРСЫНЫҢ ФИНАЛЫНА ҮТТЕ

Башҡортостандың «Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары йәмғиәте» ҡатын-ҡыҙ статусын үҫтереү һәм уның йәмғиәттәге ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы етенсе тапҡыр «Ҡатын-ҡыҙ-милләт әсәһе» Бөтә Рәсәй конкурсын үткәрә. Был иң күләмле ҡатын-ҡыҙҙар проекты.

Ауырғазы районынан унда ҡатнашыусыларҙың береһе - район дауаханаһының терапия бүлеге мөдире Лиана Мәзитова.

Бөгөн, Туған телдәр көнөндә, ул үҙенең сәхифәһендә видеоролик ҡуйҙы. Унда Айһылыу Ғәрифуллинаның шиғырын һөйләй.

«Туған телем миндә атай-әсәйем, өләсәйем, олатайым, тыуған төйәгем, тәбиғәт, азатлыҡ менән бәйле бик йылы хәтирәләр уята. Туған телемдә һөйләшкәнде тыңлап, бәхетле бала саҡҡа, бәхетле мәлдәргә әйләнеп ҡайтам! »,- тип яҙа Лиана Мәзитова.

Автор: Равиля Бардыбаева
Читайте нас