Рух
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Декабрь 2022, 13:38

ФИЛЬМДАҒЫ ТӨП ФЕКЕР УЙЛАНДЫРА

Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Дилара Мөхәмәтшина ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән. Нимә тураһында икән ул?

ФИЛЬМДАҒЫ ТӨП ФЕКЕР УЙЛАНДЫРА
ФИЛЬМДАҒЫ ТӨП ФЕКЕР УЙЛАНДЫРА

Гимназия уҡытыусыһы төшөргән “Илдандың бәхете” тигән исемле фильмдың премьераһы Өфө ҡалаһының “Родина” кинотеатрында 10 декабрҙә күрһәтелә. Нисек Дилара Фәрит ҡыҙы кино төшөрөү сәнғәтенә өйрәнгән, тиһегеҙме?

 “Ер һүҙе/Онлайн 2.0” төбәк-ара һанлы белем биреү кинопроекты Президенттың мәҙәни башланғыстар фонды гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Башҡортостандан еңеү яулаған был иң ҙур проект туған телдәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Шуны тормошҡа ашырыу сиктәрендә киномәктәптә бушлай уҡытыу ойошторолдо. Дилара Мөхәмәтшина ла билдәле кинорежиссер Булат Йосопов етәкселегендә  яңы һөнәр серҙәренә төшөнөү бәхетенә иреште. Сценарийҙар төҙөргә, фильмды техник яҡтан нисек төшөрөргә өйрәнеү ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла, әлбиттә.

  • Беренсе тапҡыр ҙур экранда фильмды күреү тулҡынландырҙы ла, һөйөндөрҙө лә. Яңы тәжрибә алыуыма шатмын. Лекциялар һәм практик күнекмәләр үткәс, коллегаларым Розалия Йәлилова һәм Светлана Атмасова менән бергә сценарий яҙҙыҡ, - ти Дилара Фәрит ҡыҙы. - Артабан продюсер эше буйынса уҡыттылар. Унан һуң инде фильмды төшөрөү эше башланды. Еңел эш түгел, быны башҡарып сығыуҙа ярҙам иткән коллективыма, ғаиләмә рәхмәтлемен, һәр нәмәлә булышлыҡ иттеләр. Кинорежиссер Булат Йосопов, продюсер Леонид Филинов, проект етәксеһе Тәлғәт Сәфәров һәм  PR бүлеге етәксеһе Гөлнара Яруллина командаһына ла ҙур рәхмәт, улар менән эшләү бик ҡыҙыҡлы һәм еңел булды.

“Илдандың бәхете” фильмы тормошсан һәм фәһемле. Бында туған телде белеүҙең әһәмиәте тураһында һүҙ бара. Ни өсөн Илдан Рәшит Назаров шиғырҙарын һөйләү конкурсында еңеү яуламаған? Өләсәһе уға шиғырҙарҙың башҡорт телендә көслө яңғырауы тураһында төшөндөргәс, уҡыусы тырышып телде өйрәнә башлай. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тиҙәр бит, малай уңышҡа өлгәшә, үҙ хатаһын да аңлай.

 

Төп ролде гимназияның 4 класы  уҡыусыһы Илдан Әхмәтйәнов башҡара. Математика уҡытыусыһы Рәмзиә Шөгөрова менән уның ире Салауат Сәфиуллин малайҙың ата-әсәһе ролен башҡара, өләсәһе – гимназияла тәрбиәсе булып эшләүсеЗөлфиә Ибраҡова. Уҡытыусы – Айгөл Сатлыҡова, китапханасы – Гүзәлиә Аяҙғолова, шулай уҡ жюри ролендә – Светлана Юлмөхәмәтова, Розалия Йәлилова, Светлана Атмасова, Әлиә Мөхәмәтйәровалар ҡатнаша.

Дилара Фәрит ҡыҙына проектты уңышлы башҡарып сығыу  тураһында сертификат тапшырылған. Афарин, бына хәҙер гимназияның үҙ кинорежиссеры ла бар. Ижади уңыштар теләйбеҙ!

 

Фәһемле сюжет, шулаймы? Беҙ ғаиләлә телгә нисек ҡарайбыҙ һуң? Балалар туған тел мөхитендә үҫәме? Бала ғына ғәйеплеме?

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: