Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Декабрь 2022, 15:04

ХАЛЫҠСАН ТЕЛЕ, МОҢЛО КӨЙӨ МЕНӘН АРБАНЫ

Яратҡан яҙыусың йәки шағирҙың ижадына мөкиббән булып, уның әҫәрҙәрен көтөп алаһың. Ул һиңә рухи аҙыҡ, яңы асыштар, кешеләр яҙмышы менән тормош һабағы, фәһем бирә. “Ниндәй тел байлығы!”, “Ниндәй кисерештәр уята белә ошо автор!”  - бына шундайыраҡ маҡтау һүҙҙәре менән телгә алабыҙ. Ә шулай ҙа ижадсының үҙе менән күреп һөйләшеү уны тағы ла бүтән яҡтарҙан асырға ярҙам итә. Талбазы район үҙәк китапханаһында прозаик, драматург, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова менән осрашыу ҙа бына шундай яңылыҡтарға бай булды.

ХАЛЫҠСАН ТЕЛЕ, МОҢЛО КӨЙӨ МЕНӘН АРБАНЫ
ХАЛЫҠСАН ТЕЛЕ, МОҢЛО КӨЙӨ МЕНӘН АРБАНЫ

Быйыл Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы үҙенең 75 йәшлек ғүмер байрамын билдәләне. Уны ошо юбилейы менән ихлас ҡотланылар. Талбазы Мәҙәниәт һарайы режиссеры Гөлгөнә Хәмитова “Аҡтирәк” драмаһынан тетрәндергес монолог уҡыны. Беренсе драмаһынан өҙөктөң ошолай сәхнәләштерелеүе авторҙың үҙе өсөн дә көтөлмәгән хәл булды. Ул һоҡланыуын белдереп, рәхмәт әйтте.

Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Булат Баһауетдинов, район үҙәкләштерелгән китапхалар селтәре директоры Айгөл Ғәзиева, “Зәңгәр шишмә” әҙәби берләшмәһе рәйесе Вәрис Аҡбашев ҡотлау һәм теләктәрен еткерҙе, бүләктәр тапшырҙы.

Китапхана ветераны Зәмирә Хөсәйенова менән педагог-ветеран Флүрә Вәлитова драматург һәм прозаиктың әҫәрҙәрен иҫкә алып, ундағы тел байлығы, сюжеттар төрлөлөгөнә һоҡланды, авторға кеше психологияһын, тормошто яҡшы белеүе хас икәнлеген билдәләп үтте. Ысынлап та шулай, уның геройҙары менән бергә шатланаһың, борсолаһың, ҡыҫҡаса әйткәндә уларҙың тормошо менән йәшәйһең. Был ижадсының оло оҫталығы.

Таңсулпан Ғарипова өсөн Ауырғазы районы йәш саҡтан уҡ таныш булып та сыҡты. Флүрә һәм Миҙхәт Вәлитовтар уларҙың ғаилә дуҫтары икән. Флүрә Байтимер ҡыҙы үҙе Һамар өлкәһе башҡорто, Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы менән Өфөлә бергә уҡығандар. Флүрә апай Ауырғазыға килен булып төшкәндән алып, улар, дуҫлыҡ ептәрен өҙмәйенсә, аралашып йәшәйҙәр.

Миҙхәт Хәбибулла улы: “Таңсулпан, бер өҙҙөрөп йырла әле”, - тип үтенгәс, күптәр аптырап та ҡалғандыр. Ә Таңсулпан апайҙың тауышы иҫкитмәле матур икән дә! Зал аһәңле башҡорт моңона күмелде! Бер ниндәй музыкаль оҙатыуһыҙ йыр ағыла... Афарин, төрлө яҡлап талант эйәһе булып сыҡты ҡунағыбыҙ!

Был осрашыуҙан үҙе лә бик ҡәнәғәт ҡалды яҙыусы. Китаптарын “һә” тигәнсә алып бөттөләр, автографтар яҙҙы, һәр береһе менән ихлас аралашты.

  • Минең Талбазыла уҡыусылар менән беренсе осрашыуым. Таныш түгелерәк мөхит, тип, ҡаушабыраҡ та ҡалғайным. Был тойғо тиҙ юҡҡа сыҡты. Шул хәтле ябай, яҡты күңелле кешеләр килгәнен, уларҙың китап яратҡанын ихлас тыңлауҙарынан аңлап, тынысландым. Кешенең үҙенә ҡарағанда булмышы күберәк һөйләй бит инде.Бөтә район тураһында матур фекерҙә ҡалам. Беренсе драма әҫәремдән Гөлниса монологы бик профессиональ кимәлдә уҡылды, күҙҙән йәштәр килеп сыҡты. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы ошо “Аҡтирәк” әҫәрен сәхнәләштереп, мине лә саҡырырға вәғәҙә бирҙе. Шулай булғас, Ауырғазы халҡы менән киләсәктә тағы ла осрашыу буласаҡ, тип ышанам. Матур-матур бүләктәр әҙерләгәндәр, шиғырҙарын уҡынылар. Һәр хәлдә, ҡайҙа барһам да, халыҡтың әҙәпле, мәҙәниәтле, талантлы, моңло булыуының шаһиты булам. Шундай яҡты иҫтәлектәр менән киләсәктә тағы осрашыуҙар өмөт итеп хушлашам ауырғазылар менән, - тип үҙенең тәьҫораттары менән уртаҡлашты Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы.

Райондың мәҙәниәт бүлегенә, китапхана хеҙмәткәрҙәренә бай йөкмәткеле, хисле әҙәби кисә ойоштороуҙары өсөн ҙур рәхмәт. Бында һәр сара ҡыҙыҡлы, фәһемле, мауыҡтырғыс үтә. Алдағы эштәрегеҙ уң булһын, ижади уңыштар һәм үрҙәр һеҙгә!

 

 

 

 

Биографик белешмә: (Башҡорт Википедияһынан)

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Ғарипова 1947 йылдың 22 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған.

1973 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң ТТӘИ‑лә эшләй. 1975 йылдан алып Йылайыр районыБаймаҡ һәм Учалы ҡалаларындағы белем биреү учреждениеларында, район гәзиттәрендә, Учалы һәм Сибай яҙыусылар ойошмаларында, Сибай телевидениеһында (1995—96 йылдарҙа баш мөхәррир) һ. б. эшләй; 2000- 2003 йылдарҙа «Ватандаш» журналы хеҙмәткәре. «Ялан сейәһе» исемле тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1982 йылда сыға. Үҙенең әҫәрҙәрендә юғары әхлаҡ ҡиммәттәренең өҫтөнлөгөн раҫлай. «Ай менән Ҡояш бер генә» (1990) повесында төп героиняның донъяға ҡарашы формалашыуы, уның әхлағы нығыныуында ата-әсәһенең, уны уратып алған кешеләрҙең, тыуған ерҙең роле күрһәтелә. «Бөйрәкәй» (1997—2004) роман-эпопеяһы сюжетының ғәҙәти булмауы, стиле, милли колориты уның үҙенсәлеген билдәләй, унда бер ғаиләнең драматик яҙмышы аша Рәсәй тарихының тотош бер дәүере күрһәтелә; әҫәр уҡыусыларҙа ҙур резонанс тыуҙыра. Уның «Ямғыр көткәндә», «Бәхеткә ҡасҡандар», «Ғилмияза» һ. б. пьесалар авторы, улар Башҡортостан Республикаһы театрҙарында сәхнәләштерелгән. «Йәй ташы» пьесаһы буйынса 2002 й. «Сөмбөлдөң етенсе йәйе» нәфис фильмы (реж. Б. Т. Йосопов, «Башҡортостан» к/ст) төшөрөлә, ул «Сталкер» (2002; Мәскәү), БДБ илдәренең һәм Балтияның «Киношок» (2004; Анапа), «Алтын Мөнбәр» мосолман киноһы (2005; Ҡазан) һ. б. халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1986).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: