Рух
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Ноябрь 2022, 12:03

Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайында яңы рәйес

Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайына яңы рәйес һайлап ҡуйылды

Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайында яңы рәйес
Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайында яңы рәйес

Район хакимиәтенең кесе залында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы үтте. Көн тәртибендә ике һорау ҡаралды. Беренсеһе, ғәҙәттәгесә, үткән йылға йомғаҡлау булды. Ҡоролтай рәйесе Айһылыу Ғүмәрова районда үткән сараларҙың үтәлеше менән таныштырҙы.

Быйылғы йыл мәҙәни сараларға ла, еңеүҙәргә лә бай булды.Шулар араһында Мораҙым ауылының “Айыҡ ауыл” конкурсында эре тораҡ пункттары араһында икенсе урын яулауы ҙур ҡаҙаныш булды. Уларға 4 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Әлеге көндә Мораҙымда ошо аҡсаға балалар майҙансығын төҙөү башланды.

Шулай уҡ Талбазы башҡорт гимназияһына күренекле яҡташ шағирыбыҙ, Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән Рәшит Назаровтың исеме  бирелеүе, уның тыуған ауылында таҡтаташ асылыу ҙа - иң әһәмиәтле ваҡиғалар. Быларҙан тыш, район халҡы, уҡыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре төрлө конкурс, флешмобтарҙа ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшеп тора.

Бына шулар тураһында һөйләшкәс, ҡоролтайҙың башҡарма комитеты ағзаларына кандидаттар ҡаралды. Һәм “Шатлыҡ” өлгөлө фольклор ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Йәлилова, район Мәҙәниәт һарайында эшләүсе йырсы, балетмейстер Фәнәғәт Юлмөхәмәтов, Талбазы 2-се мәктәбе директоры Эрнест Мөхәмәтшин комитет ағзалары булараҡ өҫтәлде. Ата-әсәләр комитетына Альбина Йәлилова етәкселек итәсәк. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе итеп Фәнәғәт Фәрит улы бер тауыштан һайланды.

Фәнәғәт Юлмөхәмәтов 1985 йылдаТөрөмбәт ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу техникумында белем ала. Һуңынан Силәбе сәнғәт академияһында юғары белем ала. 2005 йылдан район Мәҙәниәт һарайында балетмейстер булып эш башлай. Ғаиләле, ҡатыны менән Әминә исемле ҡыҙ, Салауат исемле ул үҫтерәләр. 2021 йылда ғаиләһе менән “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” республика конкурсында ҡатнашты.    

Район хакимиәтенең эштәре менән идара итеүсеһе Фәүзиә Юламанова  башҡарма комитет ағзаларына уңышлы эш теләне. Шулай уҡ алдағы көндәргә маҡсаттар билдәләнде.   

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: