Ауырғазы районынан ун кешенән торған делегация Салауат ҡалаһында үткән сарала ҡатнашты
Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы уңайынан ойошторолоп килгән күсмә комплекслы “Ижади майҙан”ының быйылғы йылдағы һуңғы сараһы Салауат ҡалаһында үтте. “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара берлеге ойошторған семинарҙар циклының төп маҡсаты - райондарҙың мәҙәниәт, мәғариф эшмәкәрҙәренә Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылында билдәләнгән төп сәнғәт йүнәлештәре буйынса профессионалдар менән осрашып тәжрибә тупларға ярҙам итеү.
Сараға өс ҡала һәм ун ике райондан делегациялар килде. Ун бер майҙансыҡта төрлө сәнғәт төрҙәре һәм жанрҙары буйынса оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралды. Һәр урында үҙ һөнәренең оҫталары ҙур тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Беҙҙең Ауырғазы районы вәкилдәре лә һәр майҙансыҡтың эшендә ҡатнашты.
- Башҡортостандың халыҡ артисы, билдәле бейеүсе Риф Ғәбитов хореография буйынса ижади лаборатория формаһында эш алып барҙы, - тине район Мәҙәниәт һарайының “Шатлыҡ” өлгөлө хореография коллективы етәксеһе Альбина Йәлилова. - Ул бейеү әҙерләгәндә музыка, костюм һайлауға иғтибарлы булырға кәрәклегенә баҫым яһаны. Тарих, этнография, археология фәндәрен белеү буйынса белгәндәре менән уртаҡлашыуы, бейеүсенең бар яҡлап белемле булырға тейешлеге тураһында аңлатты. Минең өсөн файҙалы булды.
Рухи-әхлаҡи тәрбиә майҙансығында ата-әсәләр комитеты рәйесе Рәйсә Исламғолова ҡатнашты. Бында ата-әсәләр комитеттары рәйестәре, ата-әсәләр, ҡоролтай рәйестәре ҡатнашлығында һөйләшеү, проблемалар өҫтөндә эшләү, психологик тренинг, ата-әсәләр менән балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға ҡаралған оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде. “Алып барыусыларға, ҡатнашыусыларға ҙур итеп рәхмәт итеп әйтәһе килә. Беҙ үҙебеҙ өсөн бик күп мәғлүмәттәр алдыҡ, эшләйһе эштәр исемлеге төҙөп, алдағы көндәргә маҡсаттар ҡуйҙыҡ”, - тип үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты Рәйсә Усман ҡыҙы.
Шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, “Һәнәк” журналы мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Аҡбуҙат” балалар журналы мөхәррире Лариса Абдуллина, Гиннес китабы рекордсены, Рәсәйҙең иң көслө кешеһе Эльбрус Ниғмәтуллин, актерҙар, кинематографистар төрлө майҙансыҡтарҙа ихлас эш алып барҙы.
Ғөмүмән, һәр кем үҙе өсөн файҙалы мәғлүмәт, кәңәштәр алғандыр, тип ышанабыҙ. Һәр урында ошонда ҡуйылған маҡсаттарҙы, билдәләнгән йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу өсөн башланған эштәрҙе дауам итергә, һөҙөмтәле эшләргә ҡала. Бындай йыйындарҙы киләһе йылдарҙа ла үткәрергә уйлайҙар.