+5 °С
Болотло
Үҙәк балалар китапханаһында «Мин донъяның тынын тоя инем…» тип аталған әҙәби-музыкаль кисә үтте. Ул яҡташыбыҙ, башҡорт шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Рәшит Назаровҡа бағышланды.
Талбазы лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рәйсә Исламғолова балаларҙы Рәшит Сәйетбаттал улының ижады һәм тормош юлы менән таныштырҙы. Шағир исемен йөрөткән Талбазы башҡорт гимназияһының 1-се, 4-се һәм 5-се кластары уҡыусылары шиғырҙарҙы тасуири һөйләне. Сара В.Яруллин башҡарыуындағы “Осто йөрәк” йыры яңғырауында дауам итте. Китапханала Р.Назаров ижады буйынса китап күргәҙмәһе ойошторолған
Шағир ижады буйынса “Яҡты йондоҙ” рәсемдәр конкурсы буйынса тиҙҙән йомғаҡлау буласаҡ.