Рух
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Октябрь 2022, 10:09

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТӨП АҒИНӘЙЕ КИЛДЕ

Районыбыҙҙа эш сәфәре менән Башҡортостан ағинәйҙәре хәрәкәтен ойоштороп, уны етәкләүсе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева булды.

БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТӨП АҒИНӘЙЕ КИЛДЕ
БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ТӨП АҒИНӘЙЕ КИЛДЕ

Районыбыҙҙа эш сәфәре менән Башҡортостан ағинәйҙәре хәрәкәтен ойоштороп, уны етәкләүсе, «Киске Өфө» гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева булды.

 Иң беренсе ул Түрһәгәҙе ауылында мәктәп коллективы менән осрашты. Ауылда ағинәйҙәр эшен башлап ебәреү кәрәклеге, уның маҡсаттары, әһәмиәте тураһында һөйләне.

- Үҙебеҙҙе, ауылыбыҙҙы һаҡлайбыҙ, асылыбыҙға ҡайтайыҡ, ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы булайыҡ. Иманлы булайыҡ, йәштәргә өлгө булып тороу, уларҙы милли юҫыҡта тәрбиәләү ҡулыбыҙҙан килә торған эш.

Ул Түрһәгәҙе ауылында ағинәйҙәр ойошмаһы булдырыу кәрәклеген билдәләне.

Ауылдың аҡһаҡалы Ҡәнзәфәр Ғәлиев  кескәй концерт ойошторҙо: ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнаны. Балалар бик ҡыҙыҡһынып тыңланы.

 

Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы шулай уҡ  Мораҙым, Төрөмбәт ауылдарына ла барҙы.  Мораҙым ауылының "Аҡ инәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Динә Ишмөхәмәтоваға Рәхмәт хаты, Ауырғазы районы буйынса "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Зифа Ноғомановаға танытма тапшырҙы. Төрөмбәт ауылында “Ағинәйҙәр” ойошмаһы етәксеһе итеп Розалия Сәйфетдинова һайланды.

Һәр ерҙә лә яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үтте, “Киске Өфө” гәзитенә яҙылыу ойошторолдо.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: