-28 °С
Ясна
Мораҙым ауылы халҡы ла “Йөрәк йылыһы” акцияһына дәррәү ҡушылды.
Башҡортостанда иғлан ителгән "Йөрәк йылыһы" акцияһына һәр ерҙә лә ихлас ҡушылдылар. Бер кеше лә битараф ҡалмағандыр. Райондың башҡа ауылдары менән бергә мораҙымдар ҙа уны хуплап күтәреп алды, бәйләнгән йә һатып алынған бик күп ойоҡбаштар, бирсәткәләр тапшырҙылар.
Райондан Ҡазан ҡалаһына барған волонтерҙар аша һалдаттарға уларҙың бүләктәре лә тапшырылды.
“Һау - сәләмәт булайыҡ! Илебеҙ тыныс булһын, егеттәребеҙҙе иҫән - һау әйләнеп ҡайтыуын теләп, көтөп ҡалайыҡ”, - ти улар.
Сентябрҙә илебеҙҙәге хәлгә бәйле, мобилизациялау иғлан ителде. Райондарҙан ир-егеттәр хәрби хеҙмәткә юлланды. Улар әлеге мәлдә полигондарҙа әҙерлек үтә.