Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
19 Октябрь 2022, 14:49

Талбазы – бай тарихлы ата-бабаларыбыҙ ере

Үҙәк район балалар китапханаһында «Мин һинең менән, Талбазы» исемле тыуған яҡты өйрәнеү дәресе үтте, унда лицейҙың алтынсы класс уҡыусылары ҡатнашты.

Ауылдың 275 йыллыҡ юбилейына бағышланған сара яҡташ шағирыбыҙ, Игенсе ауылында тыуып үҫкән Дамир Заһитов шиғыры менән башланды.

Хөрмәтле ҡунаҡ, муниципаль хеҙмәт ветераны Венера Ермолаева менән осрашыу уҡыусылар өсөн фәһемле лә, файҙалы ла булды. Ауырғазы районының почетлы гражданины Венера Лотфый ҡыҙы 15 йылдан артыҡ Талбазы ауыл советы башлығы булды. Күп төрлө дәүләт наградалары бар.

Үҙенең эшләгән йылдарында Талбазының нисек үҙгәреүе, үҫеүе тураһында һөйләне. Ауылдың әһәмиәтле ваҡиғалары, үҙе аралашҡан күренекле кешеләре менән бәйле ваҡиғаларҙы бәйән итеүен балалар ҡыҙыҡһынып тыңланы, һорауҙарын бирҙе.

Үҙәкләштерелгән китапхалар селтәре директоры Айгөл Ғәзиева саҡырыуҙы ҡабул итеүе, хәтирәләре менән уртаҡлашыуы өсөн ҡунаҡҡа рәхмәт белдерҙе.

Был көндө китапхана бинаһы янында миләш үҫентеләре ултыртылды.

(Балалар китапханасыһы Светлана Әмирханова мәғлүмәттәренән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: