Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2022, 13:59

УСМАНДАР АРҘАҠЛЫ АУЫЛДАШТАРЫН ОНОТМАЙ

Төрөмбәт ауыл биләмәһендәге Усман(Ҡаҙморон) ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм хәрби осоусы Мөҙәрис Аҡбулатовҡа Мемориал комплекс асылды.

УСМАНДАР АРҘАҠЛЫ АУЫЛДАШТАРЫН ОНОТМАЙ
УСМАНДАР АРҘАҠЛЫ АУЫЛДАШТАРЫН ОНОТМАЙ

Уны яңы асылған һәм ҡыйыу осоусы яҡташтары исеме бирелгән Еңеү паркында урынлаштырҙылар. Өс гранит плитаның береһендә  фронттан әйләнеп ҡайтып, тыуған хужалыҡтарында фиҙаҡәр хеҙмәт иткән 39  ауылдаштарының, икенсеһендә – яу яланында һәләк булған 46 һалдаттың исемдәре яҙылған. Уртала Мөҙәрис Аҡбулатовҡа арналған обелиск. Яҡташтарының исемен мәңгеләштереү өсөн ауыл халҡы 300 меңгә яҡын аҡса йыйған. Әлбиттә, изге башланғысҡа дәртләндереүсе ауыл советы ла ярҙамдан ситтә ҡалмаған.

Обелискты район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, Төрөмбәт ауыл советы рәйесе Юлай Ҡотлоюлов һәм ауылдың хөрмәтле уҙаманы Миҙхәт Солтаҡаев асты. Һуңынан сәскәләр һәм веноктар һалынды. Бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

- Бөйөк Ватан һуғышы, фронтта һәм тылда Еңеүҙе яҡынлаштырыуға көс һалған кешеләребеҙ тураһында иҫтәлек беҙҙе берләштерә, төрлө һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам итә. Батырҙар быуыны менән өҙөлмәҫ бәйләнеш тоябыҙ, уларға лайыҡлы булырға тырышабыҙ. Илдәге әлеге ваҡытта барған хәлдәр быны дәлилләй. Мин был сараға саҡырыуҙы шатланып ҡабул иттем. Һеҙгә оло рәхмәтемде белдерәм: әлегә башҡа бер ауылда ла бындай хәл булғаны юҡ, һеҙ ситтән ярҙам көтмәйенсә, аҡса ла үҙегеҙ йыйҙығыҙ, барыһын да үҙегеҙ эшләнегеҙ, -  тине үҙ ҡотлауында Арыҫлан Нәзир улы.

Усман халҡын ауыл биләмәһе депутаты Риф Вәлиев, район ветерандар советы рәйесе Инсаф Мифтахов ҡотланы. Осоусының яҡын туғаны Гөлфирә Ғәскәрова-Аҡбулатова хәтирәләре менән уртаҡлашты:

  • Мөҙәрис ағай йыл һайын ғаиләһе менән йәйге ялында ауылға ҡайта ине. Минең хәтеремдә: ҡара ҡашлы, янып торған ҡара күҙле ағай, олпат уҙаман хәрбиҙәрсә төҙ баҫып урамдан үткәндә, барыһы ла һоҡланып ҡала ине. Ике улы менән Өршәк йылғаһында балыҡ ҡармаҡларға ла яратты. Улар ҡайтыр булһа, атайымдар һарыҡ һуйып, һәр саҡ ҡунаҡҡа саҡырып ҡалырға тырыша ине. Уны хөрмәт иттеләр. Ауылдаштарға рәхмәт, уның исемен күтәреп, шундай ихтирам күрһәткәндәре өсөн.

Мөҙәрис Аҡбулатов исемендәге Еңеү паркы хәҙер тағы ла йәшелләнеп китер: бында ошо көндө 20 төп шыршы үҫентеһе ултыртылды. Бында төрлө саралар ҙа үтеп торасағына ышаныс белдерҙеләр.

Белешмә.
Мөҙәрис Әмерхан улы 1932 йылда Усман(Ҡаҙморон) ауылында тыуған. 1947 йылда Төрөмбәт ете йыллыҡ мәктәбен алтын миҙалға тамамлай, һәм урта белемде Урта Азияла ала. Кәлсер һәм Түрһәгәҙе мәктәптәрендә уҡыта. Немец һәм үзбәк телдәрен яҡшы белә. Чкалов осоусылар училищеһын тамамлай һәм бөтә ғүмерен хәрби авиацияға бағышлай.  Осоусы-инструктор, һынаусы, эскадрилья командиры була. 1969 йылдан Германияла эшен дауам итә. 2500 осош яһай. Хәрби йөкләмәләрҙе уңышлы үтәгәне һәм ҡыйыулығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. СССР оборона министрының Рәхмәт хаты, алты миҙалы бар. Гвардия майоры, 1-се класлы осоусы Мөҙәрис Аҡбулатов 1970 йылдың 18 июнендә хәрби задание үтәгәндә һәләк була.  

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: