-31 °С
Болотло
Яҡташ шағирыбыҙ Рәшит Назаровтың Төрөмбәт ауылы мәктәбендә музейы күптән эшләп килә.
Унда шәжәрәнән башлап бик күп материалдар тупланған. Фотолар уның тормош юлы, ғаиләһе, ул йәшәгән өй тураһында һөйләй. Әлбиттә, шағирҙың китаптары ла урын алған.
Бер өҫтәлдә ул сәй эскән самауыр, ҡашығаяҡтар, тоноҡ шәме яҡтыһында бөйөк әҫәрҙәрен ижад иткән лампа...
Ауылдашының портретын рәссам Гөлназ Йәлилова оҫта итеп төшөргән. Стендтарҙа уның тураһында баҫылған мәҡәләләр, уның ижадын өйрәнгән шәхестәр тураһында ла белешмәләр бар.
Музей тураһында киләһе мәҡәләләрҙә тулыраҡ яҙырбыҙ, әлегә ошондай ҡыҫҡаса ғына байҡау.