Рух
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Сентябрь 2022, 13:18

РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕ АУЫЛЫНА ҠАЙТТЫ

Августың йәмле һуңғы көндәренең береһендә Төрөмбәт ауылында ошо ауылдан сыҡҡан шағир, арҙаҡлы шәхес Рәшит Назаровтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһында таҡтаташ асылды.

РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕ АУЫЛЫНА ҠАЙТТЫ
РӘШИТ НАЗАРОВ ИСЕМЕ АУЫЛЫНА ҠАЙТТЫ

Августың йәмле һуңғы көндәренең береһендә Төрөмбәт ауылында ошо ауылдан сыҡҡан шағир, арҙаҡлы шәхес Рәшит Назаровтың яҡты иҫтәлегенә арнап мәктәп бинаһында таҡтаташ асылды.

 

Тантанала БР Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйенова, Ауырғазы район хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов, башҡа вәкилдәр, ауыл халҡы ҡатнашты.

Бында арҙаҡлы яҡташтарының исемен ҡәҙерләп һаҡлайҙар, уны киләһе быуындарға еткереү өсөн ҙур эш алып баралар. Мәктәптә уның музейы эшләй. Ҡәберен һәр саҡ тәрбиәләп торалар.

Рәшит Сәйетбаттал улының исемен мәңгеләштереү маҡсатында йәмәғәтселек уның тыуған ауылында таҡтаташ асыу зарурлығын күтәреп сыҡты. Айырыуса яҡташыбыҙҙың вариҫтары әүҙемлек күрһәтте. Зөлфиә Назарова был эшкә үҙе исеменән тулыһынса матди ярҙам күрһәтте. Таҡтаташты асыу хоҡуғы ла уға һәм уҡыу алдынғыһы Алмаз Таһировҡа бирелде.

  • Барығыҙ ҙа Рәшит Назаровтың исемен мәңгеләштереү тантанаһына хөрмәт итеп килгәнһегеҙ. Был эште башлап йөрөүселәргә, ярҙам итеүселәргә лә оло рәхмәт. Иманым камил, уның урыны ожмахта, рухы тыныс. Риф Мифтаховтың исемен дә телгә алмау мөмкин түгел бөгөн. Ул шиғырҙарын донъяға сығарыу өсөн күп көс һалды, - тип рәхмәтен белдерҙе Зөлфиә Хөсәйен ҡыҙы.

Барлыҡ сығыш яһаусылар Рәшит Назаровтың ябайлығын, халыҡсан, күҙәтеүсән булыуын, мәңге онотолмаҫ, йылдар үткән һайын сағыулана барған ижад емештәре ҡалдырыуын әйтеп үтте.

  • Рәшит Назаровты билдәле яҙыусылар үҙҙәренән юғары ҡуйҙылар. Ижады океан төбөндәге хазина һымаҡ ул. Уның һәр бер шиғыры үҙе бер бәләкәй фильм, бәләкәй спектакль. Уның киләсәге ҙур, ул - киләсәк шағиры. Рәшит мәңгелек төшөнсәләр – йөрәк, әсә, ваҡыт, йыһан – тураһында яҙған. Уның ижады артабан өйрәнелә, уның тураһында хәтер яңырғандан яңырыр, - тине үҙ сығышында билдәле теле- радиотапшырыуҙар алып барыусыһы, журналист, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт һәм матбуғат хеҙмәткәре “Әс-сәләм” гәзитендә эшләүсе Әлфиә Батталова.

Һуңынан ҡунаҡтар мәктәп музейына инде, Рәшит Назаровтың шәжәрәһе, шәхси әйберҙәре менән танышты, фотоларын ҡараны. Мәктәп фойеһында Гөлфиә Ханнанованың үҙенсәлекле күргәҙмәһе менән таныштылар. Белеүебеҙсә, ул Назаровтың шиғырҙарын туҡымаға сигә, был эшен төрлө телдәрҙә лә башҡара, шағирҙың ижадын пропагандалауға ҙур өлөш индерә.

Сара аҙағында барыһы ла Төрөмбәт ауылы зыяратына барып, шағирҙың ҡәберенә сәскәләр һалды.

Халыҡ хәтере – мәңгелек. Назаровтың исеме лә халҡына  әйләнеп ҡайтты.

 

PS: Быйыл тағы ла бер ҙур һөйөнөслө хәбәр булды: Талбазы башҡорт гимназияһына Рәшит Назаров исеме бирелде.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: