Рух
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Август 2022, 11:55

22 АВГУСТА РӘСӘЙҘӘ РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

Ул РФ Президентының 1994 йылдың 20 авгусындағы "Рәсәй Федерацияһының Дәүләт флагы көнө тураһында" указы нигеҙендә булдырылды.

22 АВГУСТА РӘСӘЙҘӘ РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ
22 АВГУСТА РӘСӘЙҘӘ РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫНЫҢ ДӘҮЛӘТ ФЛАГЫ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

Был көндө 1991 йылда РСФСР Юғары Советы "РСФСР-ҙың Милли флагын рәсми таныу һәм файҙаланыу тураһында" тигән ҡарар ҡабул итә,  ул махсус закон менән Рәсәй Федерацияһының яңы дәүләт символикаһы билдәләнгәнгә тиклем Рәсәйҙең аҡ, зәңгәрһыу, алһыу һыҙатлы тарихи флагын - Рәсәй Федерацияһының рәсми Милли флагы итеп һанала.

 

Өс һыҙатлы Рәсәй флагы 300 йылдан ашыу тарихҡа эйә. Ул XVII-XVIII быуаттар сигендә, Рәсәйҙең ҡеүәтле дәүләт булараҡ формалашыу дәүерендә барлыҡҡа килә. Тәүге тапҡыр ике башлы бөркөт төшөрөлгән аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг "Бөркөт" беренсе рус хәрби кораблендә Петрҙың атаһы Алексей Михайлович батшалыҡ иткәндә күтәрелә. Тикшеренеүселәрҙә был төҫтәрҙең нисек берләштерелеүе тураһында берҙәм фекер юҡ.

Петр I. триколорҙың законлы "атаһы" тип таныла. 1705 йылдың 20 ғинуарында ул сыҫарҫан указға ярашлы,  "төрлө сауҙа судноларында" аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг күтәрергә тейеш булалар, өлгөһөн үҙе һыҙып, горизонталь һыҙаттар тәртибен билдәләй.

Тәүге Рәсәй хәрби караптары менән бергә тыуған Рәсәй флагы XIX быуатҡа тиклем флот мәҙәниәтенә ҡарай. Рәсәй аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флагын ҡоро ерҙә ҡуллана башлау диңгеҙҙә йөҙөүселәрҙең географик асыштары менән бәйле.

XIX быуатҡа тиклем урыҫ диңгеҙселәре ярҙа иҫтәлекле тәре ҡаҙаған. Әммә 1806 йылда яңы йола барлыҡҡа килә. Рус экспедицияһы Көньяҡ Сахалин буйҙарын тикшергәндә яр буйында ике флаг күтәрә. Андреев флагы - хәрби флоттың ҡаҙанышын, дәүләт аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флагы Рәсәйҙең яңы биләмәһен билдәләй.

Аҡ-зәңгәр-ҡыҙыл флаг Рәсәйҙең дәүләт флагы булараҡ 1896 йылда ғына раҫлана. Флагтағы һәр төҫтөң рәсми мәғәнәһе барлыҡҡа килә. Күк төҫ - көс-ҡеүәт, күк - Рәсәйҙе яҡлаусы Аллаһ әсәһе (Богоматерь), аҡ - азатлыҡ һәм бойодороҡһоҙлоҡ.

Советтар Союзы мәлендә Рәсәйҙә 70 йылдан ашыу ҡыҙыл байраҡ дәүләт флагы булып торҙо.

РСФСР Юғары Советының Ғәҙәттән тыш сессияһы 1991 йылдың 22 авгусында триколорҙы Рәсәйҙең рәсми символы тип иҫәпләргә ҡарар итә.

Рәсәй Федерацияһы Президентының 1993 йылдың 11 декабрендәге Указы менән Рәсәй Федерацияһының дәүләт флагы тураһында Положение раҫлана.

 

Әлеге ваҡытта Рәсәй флагы төҫтәренең түбәндәге аңлатмаһы йышыраҡ ҡулланыла: аҡ төҫ - тыныслыҡты, сафлыҡты, эскерһеҙлекте, камиллыҡты; күк - ышаныс һәм тоғролоҡ, даимилыҡ төҫөн; ҡыҙыл төҫ энергияны, көстө, Ватан өсөн түгелгән ҡанды кәүҙәләндерә.

 

2022 йылдың 1 сентябренән Рәсәйҙең һәр мәктәбендә уҡыу аҙнаһы башында дәүләт гимны башҡарыласаҡ һәм флаг күтәреләсәк. Мәғариф министры Сергей Кравцов һүҙҙәренсә, был йола үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ тойғоһо тәрбиәләүгә ярҙам итәсәк.

Дәүләт флагы көнөндә бөтә илдә байрам саралары уҙа: флешмобтар, концерттар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар һәм башҡа саралар ойошторола.

 

 

(Материал РИА Новости мәғлүмәте һәм асыҡ сығанаҡтар нигеҙендә әҙерләнде).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: