Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Август 2022, 10:18

Бәләкәйҙән ҡанат алып

Бәләкәй сағында ниндәй малай осоусы булырға хыялланмаһын?! Кескәй Фәим дә кәртә башына менеп “осоп” ҡарай, ағастан самолеттар эшләй, летчиктарға ҡарап һоҡлана.  Бәләкәйҙән юғарыға ынтылышы тормош юлында яңы бейеклектәргә ҡанат ҡуя ла...

Бәләкәйҙән ҡанат алып
Бәләкәйҙән ҡанат алып

Бәләкәй сағында ниндәй малай осоусы булырға хыялланмаһын?! Кескәй Фәим дә кәртә башына менеп “осоп” ҡарай, ағастан самолеттар эшләй, летчиктарға ҡарап һоҡлана.  Бәләкәйҙән юғарыға ынтылышы тормош юлында яңы бейеклектәргә ҡанат ҡуя ла...

         Фәим  Ғайсин Мәләүез районы  Апас  ауылында тыуып үҫә. Әсәһе Рәсимә Шәһиҙулла ҡыҙы   – башланғыс кластар уҡытыусыһы, атаһы Салауат Хисаметдин улы колхозда комбайнсы булып эшләй. Татыу, эшһөйәр, илһамлы  ғаиләлә улар ике малай, бер ҡыҙ үҫә. Үҫмер  урта мәктәпте тамамлағас, Мәләүез ҡалаһындағы 42-се һөнәрселек училищеһында уҡыуын дауам итә. Маҡсаты – иҫәпләү приборҙары һәм аппараттары белгесе һөнәрен үҙләштереү.Тормошта һынылыш яһар мәлдәр килеп сығыуы мөмкин.  Фәим училищела белем алғанда  тап шундай хәлгә юлыға ла.

- Дөйөм ятаҡҡа Мәләүез балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Тәлғәт Нуриев килеп, ҡурай түңәрәге ойоштороп ебәрҙе. Мин шунда уҡ йөрөй башланым, сөнки сәнғәткә бәләкәйҙән ғашиҡ инем. Атайым –   оҫта гармунсы, ғаиләбеҙҙә һәр ваҡыт  йыр-моң яңғырап торҙо, ә әсәйем, уҡытыусы булараҡ, беҙҙе матурлыҡҡа, ижадҡа өйрәтте, – тип һөйләй егет. – Ҡурайҙа уйнау күптәнге хыялым булғанға күрә ныҡышмалы һәм сәмләнеп өйрәндем. Училищеның ҡурайсылар ансамбле бөтә мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашты. Оҫтарған һайын күңелем үҫте, рухым, дәртем артыуын тойҙом.

            Мәләүездең 3-сө  мәктәбендә карате-кекусинкай  секцияһы асылғанын ишетеү менән шунда ашыға тынғыһыҙ егет. Көслө, батыр булырға ниндәй ир-егет теләмәй инде!

- Альберт Хәсән улы Мамлиев беренсе тренерым булды, – тип хәтерләй Фәим Салауат улы. – Ике йылдан  һуң “зәңгәр билбау”лы булдым.

          Карате-кекусинкай – Японияла XX быуаттың 50-се йылдарында барлыҡҡа килә. Ул кешелә ҡаҡшамаҫ ныҡлы рух көсө, яҡшы физик торош тәрбиәләй. Спортсынан тәртип, берҙәмлек, теүәллек талап итә. Билбау төҫтәре уның  шөғөлләнә башлау ваҡытын, тәжрибәһен, оҫталығын белдерә. Мәҫәлән, аҡ төҫтәге билбау  иң йәш спортсыны күрһәтһә, төҫтәр ҡуйырыуы тәжрибә артыуын, уның камиллашыуын билдәләй. Ҡара билбауға  ҡара тир түгеп кенә лайыҡ була спортсы.

       Спортта  сыныҡҡан йәш егет 1994 йылда Күмертау физкультура техникумына уҡырға инә. Гимнастика, кикбоксинг менән ике йыл рәттән  шөғөлләнеп, спорт мастеры кандидаты дәрәжәһенә тиклем үҫешә. 1996 йылда техникумды уңышлы тамамлағас, Мәләүез районы Иштуған ауылы  мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эш башлай. Уҡыусыларҙы дәрестәрҙән һуң кикбоксинг серҙәренә өйрәтә, ҡурайсылар ансамбле лә төҙөй. Янып, ең һыҙғанып, бөтә күңелен биреп эшләй йәш белгес. "Уҡыусыларға спорт – тән, ҡурай – йән сәләмәтлеген бирә. Физкультура уҡытыусыһы булараҡ ике йыл эшләү дәүерендә байтаҡ тәжрибә тупланым, уҡыусыларым араһында спортсы һөнәрен һайлаусылар бихисап булды. Әммә ҡурай менән профессиональ кимәлдә уйнау өсөн артабан уҡыу кәрәклеген аңланым”, – тип хәтерләй Фәим Ғайсин.

      Салауат  музыка колледжының ҡурай класын тамамлағас,  Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт академияһына ситтән тороп уҡырға инә.  2004 йылда Ауырғазы районы Талбазы ҡасабаһына эшкә килә Фәим Салауат улы. Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбендә ҡурай дәрестәре алып бара. Халҡыбыҙҙың милли музыка ҡоралына уҡыусыларында ҡыҙыҡһыныу уятыуға өлгәшеп, “Дуҫлыҡ” ансамбле төҙөй, төрлө милләт уҡыусыларын  ҡурайҙа уйнау серҙәренә өйрәтә. Республикала үткән Ҡурай байрамдарында яулаған уңыштар шул хаҡта һөйләй. Мәҫәлән, Октябрский ҡалаһында 2005, 2007-се  йылдарҙа уҙғарылған ҡурайсылар бәйгеһендә өс йыл рәттән еңеүселәр исемлегендә  була улар.

- Ул йылдарҙа район етәксеһе булып эшләгән Марат Ишемғолов хәстәрлеге менән ҡурайсыларға бик матур милли кейемдәр алдыҡ. Зауыҡ менән тегелгән сағыу костюмдар сығыштарыбыҙға күркәмлек өҫтәне, Марат Баязит улына рәхмәттәрем  ҙур.         2008 йылда Өфөлә Ишмулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә уҙғарылған конкурста 2-се урынды  яуланы “Дуҫлыҡ”. Ансамблдә бөтәһе ун дүрт егет шөғөлләнә. Айгиз Аҙнабаев
Фидаил Ильясов,  Фәнис Хөснуллин – иң көслөләре. Элекке уҡыусыларым – Төрөмбәт ауылы егете Тимур Йәлилов, Талбазынан Тимербулат Иҙрисов “Зимние узоры” Бөтә Рәсәй конкурсында 2-се һәм 3-сө урындарҙы алды, –  тип ғорурланып һөйләй Фәим Салауат улы.

       Ысынлап та, ҡурайсылар ансамбле – районда  уҙған һәр сараның биҙәге, йәме. Тамашасылар уларҙың сығышын көтөп ала, көслө алҡыштарға күмә. Репертуарҙа башҡорт халыҡ бейеү көйҙәре, йырҙары күп. Башҡорт егеттәренән тыш, сыуаш, татар, рус милләтле ҡурайсылар ҙа призлы урындар яулай. Былтыр музыка мәктәбе уҡыусыһы Роман Платонов “Азамат- 2021” республика йәштәр сәнғәт фестивалендә ҡурайсылар араһында  I дәрәжә Диплом менән бүләкләнде.

        Фәим Салауат улы – Ауырғазы районында хөрмәт ҡаҙанған ир- уҙаман. Ата-әсәләр балаларын ҙур теләк менән  ул ойошторған спорт түңәрәгенә, музыка мәктәбенә йөрөтәләр. Тыныс, иғтибарлы, итәғәтле, шул уҡ ваҡытта талапсан, ғәҙел уҡытыусы ул. “Самурай” спорт клубы ойоштороп, малайҙарҙы  ысын ир-егет, ҡыҙҙарҙы үҙ-үҙен яҡларлыҡ гүзәл заттар итеп тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

         Карате-кекусинкай менән шөғөлләнергә район үҙәгенән генә түгел, хатта унан йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙан да килә уҡыусылар. Талбазы башҡорт гимназияһының спорт залында үтә күнекмәләр. Гимназия уҡыусылары ла бик теләп йөрөй бында. Бәләкәйҙән көслө характер, еңелмәҫ рух, батырлыҡ, ҡыйыулыҡ сифаттары тәрбиәләй был спорт төрө, берҙәмлеккә, үҙ-ара татыулыҡҡа, сәләмәт йәшәү рәүешенә нигеҙ һала. Сер түгел, замана балалары ваҡытын гаджеттарҙа ултырып заяға уҙғара, бының ниндәй кире эҙемтәләргә килтеререн дә аңлап етмәй. Ҡыҙғаныс, күп ата-әсәләр быға әһәмиәт тә биреп бармай.

      Карате менән шөғөлләнеүселәр  артҡандан-арта бара. Өс төркөмдә етмештән артыҡ бала иҫәпләнә. Ҡыҙҙар ҙа бик теләп карате серҙәренә төшөнә. Спорт – ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ,  эҙмә-эҙлелек ярата, илке-һалҡы ғына  йөрөп уңышҡа өлгәшеп булмай.  Уҡыусыларҙан да шуны талап итә ул. Күнекмәләргә  талпынып килеп етә малайҙар һәм ҡыҙҙар.

       Уңыштарға килгәндә, улар һанап бөткөһөҙ! Рәсәйҙең ниндәй генә ҡалаларында сығыш яһамаған улар!  Омск, Кемерово, Түбәнге Новгород, Киров, Чебоксары, Самара, Ульяновск, Силәбе, Екатеринбург, Сочи, Магнитогорск, Пенза, Саранск...  Мәскәүҙә генә 7 тапҡыр сығыш яһай “Самурайҙар”! Уҙған йыл да емешле була: Салауат ҡалаһында үткән республика ярыштарында Фәим Ғайсиндың уҡыусылары – 14, Туймазыла Еңеү көнөнә арналған республика буйынса карате-кекусинкай бәйгеһендә – 9 , Ишембай ҡалаһындағы ярыштарҙа – 16 алтын, көмөш, бронза миҙалдарына лайыҡ булдылар. Өфө ҡалаһында уҙған ХХVII  Халыҡ-ара спорт форумында “Самурай”клубы тәрбиәләнеүселәре 7 миҙал яулай! 2021 йыл аҙағында Рәсәй беренселегенә Мәскәүҙә сығыш яһай йәш спортсылар. Көсөргәнешле ярышта Ауырғазы ҡыҙҙары – Эльвира Рахманбердиева, Йәсмин Фәйезова, Илария Ғиләзетдинова  3-сө урындарҙы ала.

     Мәләүез һылыуы Айгөл Нурғәли ҡыҙы менән ике бала үҫтерә өлгөлө ғаилә башлығы. Улдары Батырхан  – бәләкәйҙән спорт менән дуҫ, “Мәргән уҡсы” бәйгеһе еңеүсеһе, ҡурайҙа оҫта уйнай, “кубик-рубик”ты йыйыу буйынса үҙ тиҫтерҙәре араһында Рәсәйҙә етенсе урында тора, карате буйынса республика ярыштары призеры. Ҡыҙҙары Нәркәс  балалар баҡсаһына йөрөй, гимнастика менән шөғөлләнә. Талбазыла ҙур күркәм йорт һалған Ғайсиндар. Йәй көндәрендә лә уҡыусылар өҙөлмәй, сөнки йорт хужаһы бында ҙур булмаған спорт майҙансығы төҙөп ҡуйған. Балалар карате алымдарына өйрәнә, спорт уйындары уйнай.

- Дистанцион уҡыуға күскәс тә күнекмәләрҙе туҡтатманым, уҡыусыларҙың физик торошон һаҡларға кәрәк, бер-ике күнекмәне ҡалдырҙыңмы, ҡыуып етеүе ауырға тура килә, һөҙөмтәләр ҙә булмай. Каратистарымды үҙ йортома саҡырып, үлән өҫтөнә келәмдәр йәйеп шөғөлләндек, спортсыларым пандемия сиренә бирешмәне, – тип ҡыуана Фәим Салауат улы.

Минира БИКӘНӘСОВА.

Автор:
Читайте нас: