Рух
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Август 2022, 09:45

АВГУСТ ТЫУҘЫ (М. Ямалетдин)

Аң булығыҙ - елләйем, ти, Килер көҙҙән шаулы сәләм юллайым, ти, Оҡшамаһа, рәнйемәгеҙ - сәләмемде Үҙем белгән моңға һалып көйләйем, ти. Килер көҙҙән шаулы сәләм юллайым, ти, Йәйҙең йәшел йәмен мин дә йәлләйем, ти, Күкрәп сәскә атҡан ошо гүзәллектең Мәңге-мәңге шиңмәүҙәрен теләйем, ти. Йәйҙең йәшел йәмен мин дә йәлләйем, ти, Ел телендә һағышымды һөйләйем, ти, Сараһыҙлыҡ сиктәренән үтә алмай, Донъя йөҙөн айҡап-сайҡап тулайым, ти. Ел телендә һағышымды һөйләйем, ти, Кисерегеҙ, башҡа телде белмәйем, ти, Һәләкәтен тойған йәйҙең әрнеүҙәрен Көҙҙөң еләҫ тыны менән имләйем, ти.

АВГУСТ ТЫУҘЫ (М. Ямалетдин)
АВГУСТ ТЫУҘЫ (М. Ямалетдин)

Аң булығыҙ - елләйем, ти,
Килер көҙҙән шаулы сәләм юллайым, ти,
Оҡшамаһа, рәнйемәгеҙ - сәләмемде
Үҙем белгән моңға һалып көйләйем, ти.

Килер көҙҙән шаулы сәләм юллайым, ти,
Йәйҙең йәшел йәмен мин дә йәлләйем, ти,
Күкрәп сәскә атҡан ошо гүзәллектең
Мәңге-мәңге шиңмәүҙәрен теләйем, ти.

Йәйҙең йәшел йәмен мин дә йәлләйем, ти,
Ел телендә һағышымды һөйләйем, ти,
Сараһыҙлыҡ сиктәренән үтә алмай,
Донъя йөҙөн айҡап-сайҡап тулайым, ти.

Ел телендә һағышымды һөйләйем, ти,
Кисерегеҙ, башҡа телде белмәйем, ти,
Һәләкәтен тойған йәйҙең әрнеүҙәрен
Көҙҙөң еләҫ тыны менән имләйем, ти.

Автор:
Читайте нас: