Рух
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Июль 2022, 12:33

ТҮРҺӘГӘҘЕГӘ ЙЫЙЫНҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Түрһәгәҙе һәм Ғүмәр ауылдарында «Тарихын белгәндең быуыны ныҡ булыр!» тигән исем аҫтындағы байрам сараһы 17 июлдә үтә. Сәғәт 11-ҙә башлана.

ТҮРҺӘГӘҘЕГӘ ЙЫЙЫНҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
ТҮРҺӘГӘҘЕГӘ ЙЫЙЫНҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Ауыл халҡын төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашып, үҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында үткәреләсәк сараны Ауырғазы районы башҡорттары ҡоролтайы, Таштамаҡ ауыл советы хакимиәте, Меркет ырыуының йәмғиәт советы, «Меркет» уҡсылар клубы, Түрһәгәҙе һәм Ғүмәр ауылдарының инициатив төркөмө ойоштора.

 

Балалар һәм өлкәндәрҙе көрәш, уҡтан атыу, салғысылар ярышы, тиҙлеккә ат егеүселәр, тоҡ кейеп, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү кеүек төрлә мауыҡтырғыс милли уйындар көтә.

 

Ҙур концерт программаһы әҙерләнә. Өфөнән билдәле йырсы Рәил Өмөтбаев килә һәм данлыҡлы, легендар “Йәшел береттар” ансамбленең сығышы буласаҡ.

Шулай уҡ иң зауыҡлы тирмә, йөкмәткеле шәжәрә билдәләнәсәк.

Сарала төрлө күргәҙмәләр урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ сауҙа нөктәләре, уйын майҙансыҡтары эшләйәсәк.

 

Байрамға рәхим итегеҙ!

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: