Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Июнь 2022, 13:31

• «АЙЫҠ АУЫЛ - 2021» КОНКУРСЫНДА МОРАҘЫМДАР ИКЕНСЕ УРЫН АЛДЫ, АФАРИН! •

23 июндә «Торатау» Конгресс-холында Башҡортостандың конкурста ҡатнашҡан ауылдарын тантаналы ҡотланылар. Улар араһында Мораҙым ауылы булыуы ла беҙҙең өсөн ҙур һөйөнөс. (Был шәп яңылыҡты “мейестән сыҡҡан сағында”, эҫе килеш баҫтырыу техник сәбәптәр араһында тотҡарланды).

•	«АЙЫҠ АУЫЛ - 2021» КОНКУРСЫНДА МОРАҘЫМДАР ИКЕНСЕ УРЫН АЛДЫ, АФАРИН! •
• «АЙЫҠ АУЫЛ - 2021» КОНКУРСЫНДА МОРАҘЫМДАР ИКЕНСЕ УРЫН АЛДЫ, АФАРИН! •
  • «Эре тораҡ пункттар» номинацияһында мораҙымдар икенсе урын яуланы. Һәм уларға 4 миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды!
  • Эйе, Мораҙым ауылының әүҙем кешеләренең тырышлығы бушҡа китмәне! Республика буйынса конкурста ҡатнашҡан бихисап ауылдар араһында бындай кимәлгә күтәрелеү уларҙың берҙәм, татыу, талантлы икәндәрен иҫбатлай.
  • Ысын күңелдән еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Ауылда лайыҡлы йәштәр үҫһен, ул тағы ла күркәмләнһен, айыҡ тормошҡа ынтылышығыҙҙы хуплап, ысынлап та, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашыуын теләйбеҙ!
  •  
  •  

14 июндә үткән ойоштороу комитетының йомғаҡлау ултырышында «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының 12 еңеүсеһе раҫланды. Еңеүселәр халыҡ иҫәбенә ҡарап бүленгән номинациялар буйынса билдәләнде.

«Эре тораҡ пункттар»

I урын – Бөрйән районы, Әбделмәмбәт ауылы;
II урын – Ауырғазы районы, Мораҙым ауылы;
III урын – Көйөргәҙе районы, Яҡшымбәт ауылы.

«Ҙур тораҡ пункттар»

I урын – Тәтешле районы, Түбәнге Балтас ауылы;
II урын – Асҡын районы, Солтанбәк ауылы;
III урын – Иглин районы, Түбәнге Ләмәҙ ауылы

«Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар»

I урын – Хәйбулла районы, Бәләкәй Арыҫланғол ауылы;
II урын – Шаран районы, Йәрәмкә ауылы;
III урын – Мәсетле районы, Яңы Мишәр ауылы

«Бәләкәй тораҡ пункттар»

I урын – Йылайыр район, Сәләх ауылы;
II урын – Күгәрсен районы, Сәлих ауылы;
III урын – Стәрлетамаҡ районы, Кантүк ауылы.

Республика конкурсының бүләк фонды - 40 миллион һум.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: