Рух
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь 2022, 11:12

IV ТӨБӘК-АРА «ТАБЫН-ФЕСТ» ЙӘШТӘР ФЕСТИВАЛЕ ҒАФУРИ ЕРЕНДӘ ҮТТЕ

Быйыл Табын ырыуы башҡорт йәштәренең йыйыны Ғафури районының матур тәбиғәтле Таш-Аҫты ауылы янында үтте. Унда Ауырғазынан ошо ырыу вәкилдәре лә ҡатнашты.

IV ТӨБӘК-АРА «ТАБЫН-ФЕСТ» ЙӘШТӘР ФЕСТИВАЛЕ ҒАФУРИ ЕРЕНДӘ ҮТТЕ
IV ТӨБӘК-АРА «ТАБЫН-ФЕСТ» ЙӘШТӘР ФЕСТИВАЛЕ ҒАФУРИ ЕРЕНДӘ ҮТТЕ

«Табын-фест» быйыл дүртенсе тапҡыр ойошторолдо. Унда Башҡортостандың ун районы һәм Рәсәйҙең өс төбәгенән йәштәр делегациялары йыйылды.

Һәр ваҡыттағыса, программа бай, йөкмәткеле һәм әһәмиәтле булды. Спорт ярыштары, концерт программаларынан тыш, йәштәр өсөн көнүҙәк булған йүнәлештәр буйынса белем биреү майҙансыҡтары эше гөрләп торҙо. Шулай уҡ халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмәләре төрлөлөгө менән иғтибарҙы йәлеп итте.

Беренсе көндә фестивалде тантаналы асыу, флагты күтәреү һәм «Батырҙар рухы» стелаһын асыу булды.

Фестивалдә «Өлгөлө йәш ғаилә», «Өлгөлө йорт», «Күп балалы йәш ғаилә» район конкурстары, «Табын батыры» һәм «Табын һылыуҡайы» конкурстары ла үткәрелде.

 

Беҙҙең район йәштәре лә һөйөнөслө хәбәрҙәр менән ҡайтты. Гер күтәреү спортындаТүбәнге Ләкәнде ауылынан Нур Абдрахманов икенсе, уҡтан атыу буйынса БДУның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультетының 5 курс студенты Гөлшан Йәғәфәрова өсөнсө урын яуланы.

Ә «Табын һылыуҡайы»нда Үтәймулланан Диана Ғибаҙуллина өсөнсө урын алды. «Табын батыры»  конкурсында Илнар Усманов (Үтәймулла) лайыҡлы сығыш яһаны.

Дөйөм команда һөҙөмтәһе буйынса районыбыҙ өсөнсө урында. Афарин, йәштәр!

(Фотолар А.Шәһәретдинов сәхифәһенән).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: