Рух
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Май 2022, 22:50

МӘРГӘНДӘР ҺӘМ БАТЫРҘАР ЯРЫШТЫ

14 майҙа Ауырғазы районының  Мораҙым ауылында  «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә беренсегә «Меркет мәргәне — 2022» халыҡ уйындары һәм бәйгеләре фестивале үтте. Был сара Меркет-мең олоҫоноң старшинаһы Мораҙым Сәйетмәмбәтов иҫтәлегенә бағышланды.

МӘРГӘНДӘР ҺӘМ БАТЫРҘАР ЯРЫШТЫ
МӘРГӘНДӘР ҺӘМ БАТЫРҘАР ЯРЫШТЫ

Ауырғазының иң ҙур башҡорт ауылына мәргәндәрҙе, батырҙарҙы күреү, бәйгеләрҙә ҡатнашыу өсөн Башҡортостаныбыҙҙың төрлө райондарынан, ҡалаларынан, хатта күрше өлкәләрҙән бихисап ҡунаҡтар йыйылды. Өфө, Ишембай, Октябрьский, Баймаҡ ҡалалары, Өфөнөң Жилино, Шамонино ҡасабалары, Татарстандан Алабуға ҡалаһы, Һарытау өлкәһе, Салауат, Ҡырмыҫҡалы, Ейәнсура, Хәйбулла, Ғафури, Ишембай, Баймаҡ, Дәүләкән, Әлшәй райондары,  Ауырғазы районының Талбазы һәм Мораҙым ауылы уҡсылары мәргәнлектә, таһыллыҡта ярышты.

Сарала Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты етәксеһе, мөфтий Айнур Бирғәлин, Меркет ырыуы советы рәйесе Зәйнулла Насиров, Ауырғазы районы хакимиәте башлығы Арыҫлан Шәһәретдинов һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты.

Биллеғылыс буйында, Ҡыҙҙар тауы тип аталған күркәм ерҙә тирмәләр ҡуйылды, ихаталар ҡоролдо. Һәр ерҙә килеүселәрҙе ихлас ҡаршы алдылар, милли аш-һыу тәҡдим иттеләр. Халыҡ оҫталары тәңкә тишеү, ситән үреү, балаҫ һуғыу кеүек кәсептәрҙе күрһәттеләр.

Бер түңәрәктә көрәшселәр бил һынашты, халыҡ уйындары ла тамашасыларҙы күп йыйҙы. Сәхнәлә сағыу коллективтар бер-береһен алыштырып, йыр-бейеү бүләк итте. “Арғымаҡ” рок-төркөмөнөң рухлы йырҙары яңғырап торҙо.

Сараның иң сағыу тамашаһы уҡтан атыу булды.

Даян Солтан улы бәйгенең илһөйәрлек, рух тәрбиәләүен, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыуын билдәләп үтте. “Мине йәйә менән уҡ атыу ярыштарының беҙҙең районға ла килеп етеүе һөйөндөрә. Теләүселәр, ҡыҙыҡһыныусылар бар. Быйыл был күркәм сара беренсегә ойошторолдо. Шундай матур, сағыу бара. Барыһы ла ихлас. Һауа торошо ла шатландырҙы. Шулай уҡ миңә йәйәнән уҡ атыу бәйгеһендә милли кейем талап ителеүе лә оҡшай. Ул тик тәбиғи туҡыманан булырға тейеш. Сәхнә кейеме лә булырға тейеш түгел. Берҙән, ҡатнашыусылар етди әҙерләнә, икенсенән, тарихҡа мөрәжәғәт итеп, халыҡтың кейем өлгөләрен өйрәнеп, үҙенең белем даирәһен киңәйтә, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр таба. Милли кейеме булмаған кеше, әлбиттә, ҡатнаша ала, тик уның мәрәйҙәре иҫәпкә алынмай”.

Ярыш баш­ҡорттоң тоғро юлдашы, яуҙашы һәм моңдашы, даны булған аты ҡатнашлығында ла ойошторолдо. Махсус трассала атта һыбай елеп, сәпкә атыусы бәйгеселәр бигерәк тә иғтибарҙы йәлеп итте. Мәргәнлек менән бергә, күпме таһыллыҡ, сослоҡ талап итә бит был ярыш. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашыуы тағы ла һоҡландырҙы.

Был төрҙә Әбйәлил районынан Рушан.Хәсәнов үҙенең иң таһыллы ла, мәргән дә булыуын иҫбатланы. Ҡырмыҫҡалы районынан Асҡар Ишбирҙин – икенсе, Салауат районынан Айнур Низаметдинов өсөнсө урынды яуланы. Шамонино ҡасабаһынан Ләйсән Абдуллина ат өҫтөнән уҡ атыусы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ булды, уға махсус приз тапшырылды. Тау аҫтында, йылға буйында ла уҡсылар өсөн бәйге майҙаны ойошторолдо. Бында ир-аттар, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар айырым ярышты. Башлап ярышыусылар ҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны. Тәжрибәлеләре уларға ян тартыу техникаһы буйынса кәңәштәрен дә бирҙе.

 Сәмле ярыштар ҡыҙғандан-ҡыҙҙы, уның еңеүселәре лә билдәләнде. Ир-егеттәр араһында Сибай ҡалаһынан Хөрмәт Таһиров, ҡатын-ҡыҙҙарҙан – Өфө ҡалаһынан Лилиә Низаметдинова беренсе урынды яуланы. Ярыштарҙа әлегә башлап ҡына ҡатнашыусылар араһында Сибайҙан Дамир Юлдыбаевҡа, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Динара Юлдыбаеваға етеүсе булманы. 10-14 йәшлек балалар араһында ҡыҙҙарҙан Карина Мәһәҙиева, малайҙарҙан Илнар Әлмөхәмәтов мәргәнлектәрен иҫбатланы.

Үҙебеҙҙең Усман ауылынан Илвир Ибраҡов республика кимәлендәге һыбай килеш уҡ атыу бәйгеһендә беренсе тапҡыр ҡатнашты. Уға артабан уңыштар яуларға яһҙын. Ярҙам ҡулы һуҙырға тороусылар бар.


Ошо сараның тейешле кимәлдә үтеүенә район хакимиәте, айырым яуаплылар Даян Әйүпов, Илнур Нәҙершин ҙур тырышлыҡ һалған.

Шулай уҡ Мораҙым ауылы, күрше ауылдар халҡына, район һәм ауыл хакимиәтенә, шәхси эшҡыуарҙарға ярҙамдары өсөн рәхмәтле ойоштороусылар.


Милли уҡ-һаҙаҡтан атыу йолаһын тергеҙеү, үҙ аллы шөғөлләнгән уҡсыларҙың оҫталыҡтарын камиллаштырыу, төрлө милләт уҡсыларын берләштереү, йәш быуында илһөйәрлек, тарихыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында үткәрелеп килә был бәйгеләр.

«Меркет мәргәне — 2022» халҡыбыҙҙың милли спорт уйындарының һәм ярыштарының бигерәк тә үҙенсә­лек­ле булыуын тағы бер ҡат иҫбатланы.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: