Рух
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Апрель 2022, 09:24

БАШҠОРТТАРҘА ИҪӘНЛӘШЕҮ

“Әссәләмәғәләйкүм” тигәнгә, “Вәғәләйкүмәссәләм” тип яуаплау – оло кешеләр менән иҫәнләшеү, динлелекте, иманлылыҡты, мосолман кешеләренең берҙәм булыу билгеһе.

БАШҠОРТТАРҘА ИҪӘНЛӘШЕҮ
БАШҠОРТТАРҘА ИҪӘНЛӘШЕҮ

“Әссәләмәғәләйкүм” тигәнгә, “Вәғәләйкүмәссәләм” тип яуаплау – оло кешеләр менән иҫәнләшеү, динлелекте, иманлылыҡты, мосолман кешеләренең берҙәм булыу билгеһе.

“Һаумыһығыҙ” – кешеләрҙең дәрәжәле, белемле булыу билгеһе.

“Иҫәнмеһегеҙ” – үҙеңдең яҡындарың менән иҫәнләшеү.

“Шәпмеһегеҙ” – атта һыбайлы кеше менән иҫәнләшеү, был бер үк ваҡытта атҡа ла сәләм биреү билгеһе.

“Арыумыһығыҙ” – ауырыу менән сәләмләшеү, йәғни “арыуланаһыңмы?” тигәнде аңлата.

Өлкәндәр менән иҫәнләшкәндә йәш ир-егеттәр баш кейемен һалып, күкрәгенә ҡуйырға тейеш – был хөрмәт билгеһе. Ике ҡул менән күрешеү – дуҫлыҡ билгеһе. “Сәләм” тип йәш-елкенсәк иҫәнләшә.

Сәләмләшеүгә мосолмандарҙа айырыуса ҙур иғтибар бирелә, улар, ғәҙәттә, бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешә. “Ике мосолман ҡул бирешеп күрешкәндә, ҡулдары бер-береһенән айырылғанға тиклем уларҙың кескәй гонаһтарының бөтәһе лә ярлыҡаныр”, - тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм.

 

Сәләм биреү 70 сауап менән бүләкләнә. Сауаптарҙың 69-ы – беренсе булып сәләм биргән кешегә, береһе сәләмгә яуап ҡайтарған кешегә була.

Күреүегеҙсә, сәләмләшеү – ябай ғәҙәт кенә түгел, көнөнә әллә нисә тапҡыр ҡабатланған иҫәнләшеү һүҙҙәренең мәғәнәһе ҙур.

Элегерәк кешеләр бер-береһенә таныш-тоноштары аша сәләм ебәрер булған. Хәйер, был күренеш әле лә һаҡланған. Һинең аша сәләм ебәргәндәр икән, һин уны оҙаҡҡа һуҙмай тәғәйен кешеһенә еткерергә лә тейешһең. Баҡтиһәң, үҙ мәлендә (онотолопмо, иғтибарһыҙлыҡ йә аңлы рәүештәме, башҡа сәбәп менәнме) тапшырылмаған сәләм кеше иңенә оло бурыс булып ята икән.

 

"Башҡортостан календары"нан.

 

 Фото: rutvet.ru

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: