Рух
+25 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Апрель 2022, 10:07

МОРАҘЫМ ИР-УҘАМАНДАРЫ ХАЛЫҠ УЙЫНЫНДА КӨС ҺЫНАШТЫ

  Мораҙым ауылында үткәрелгән «Бура һуғыу» халыҡ уйыны бәйгеһе сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, халыҡ уйындарын балаларға еткереү, уларҙы мәргәнлеккә, сослоҡҡа өйрәтеү һәм «Айыҡ ауыл - 2022» республика конкурсы сиктәрендә үткәрелде. #Айыҡауыл2022#Трезвоесело2022#Мораҙымауылы#Ауырғазырайоны

МОРАҘЫМ ИР-УҘАМАНДАРЫ ХАЛЫҠ УЙЫНЫНДА КӨС ҺЫНАШТЫ
МОРАҘЫМ ИР-УҘАМАНДАРЫ ХАЛЫҠ УЙЫНЫНДА КӨС ҺЫНАШТЫ

«Бура һуғыу» борондан килгән уйын. «Алпамыша» эпосындағы юлдар быны асыҡ раҫлай: «Аҡкүбәктең улы һәләк теремек булып тыуа. Ул ай үҫәһен көн үҫеп, йыл үҫәһен ай үҫеп, бер көнлөк сағында уҡ аяҡ атлап, икенсе көнөндә урамға сығып, балалар менән йүгереп, бура һуғып уйнай башланы, ти». Был уйын сослоҡ, мәргәнлек һәм көс талап итә. Тағы ла халыҡ уйындарының шундай һәйбәт яғы бар: улар ваҡыт һынауынан ҡурҡмайҙар, оҙаҡ йылдар һуҙымына бер аҙ үҙгәреш кисерһәләр ҙә, һаман да киләсәк быуынға хеҙмәт итеүен дауам итәләр. Беҙҙең йәштәгеләр, өлкәндәр, «бура һуғыу»ҙы бала саҡта дәртләнеп уйнап үҫтек. Шуға ла бөгөнгө ярыштың тап хаҡлы ялдағы ир-уҙамандар араһында уҙғарылыуы тәбиғи.

 

Көн һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ветерандарыбыҙ ихлас күңелдән бер-береһен шаяртып, дәртләндереп ярыштылар, ә инде 75 йәште ҡыуыусы аҡһаҡалдарыбыҙ Сынтимер Иҫәнбаев һәм Сынтимер Сафиндың оҫта итеп бура бәреүҙәре барыбыҙҙы ла таң ҡалдырҙы. Бына ҡайҙа ул дәрт!

Дүрт команда ла бик көслө тигеҙ уйын күрһәтте. Һәр еңеү ауырлыҡ менән, һуңғы бура бәреүҙә генә билдәле булды. Сынтимер Иҫәнбаев, Тимерҡаҙыҡ Ҡудашев, Динир Яхин һәм Мөнир Хабибуллиндың бер бәреүҙә бар бураны осора һуғыуҙары көслө алҡыштар менән ҡаршы алынды. Сыңғыҙхан Сатлыков, Мәғәфүр Ильясов, Раян Мырҙабаев, Ғәлийән һәм Зиннур Локмановтар, Йәмил Әйүпов, Нил һәм Наил Кудашевтар, Шамил Сатлыҡов, Флүр һәм Сынтимер Сафиндар, Мәхмүт Ноғоманов тигеҙ уйнауҙары һәм оҫталыҡтары менән барыбыҙҙы ла шатландырҙылар.

 

Көсәргәнешле бәйге «Иҫке Йорт» командаһы (капитаны Сынтимер Иҫәнбаев) еңеүе менән тамамланды. 2-се урынды «Иҫке ауыл» командаһы (капитаны Сыңғыҙхан Сатлыҡов) яуланы. 3-сө урында «Яңауыл» (капитаны Тимерҡаҙыҡ Ҡудашев) һәм 4-се урында «Аръяҡ» командалары (капитаны Ғәлийән Локманов).

«Иң мәргән бура һуғыусы» итеп Сынтимер Сәхиулла улы Иҫәнбаев билдәләнде.

Бар ҡатнашыусылар бөгөнгө сараның бағыусыһы «Урал» ауыл хужалығы кооперативы идараһы тарафынан әҙерләнгән приздар менән бүләкләнде.

Ярыштан барыһы ла ҡәнәғәт булып, ойоштороусыларға, бағыусы колхоз идараһына рәхмәттәр әйтеп, киләһе осрашыуҙарға тиклем тип хушлашты.

Изге Рамазан айында бар мосолмандарға изге ғәмәлдәр ҡылып йәшәргә яҙһын, һәр ваҡыт сәләмәт тормош алып барайыҡ.

Факил ДИЛМӨХӘМӘТОВ,

Мораҙым ауылы.

Автор:
Читайте нас: