Рух
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
15 Апрель 2022, 13:55

15 АПРЕЛЬ - РЕСПУБЛИКАБЫҘҘА МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

Милли кейем көнө  2020 йылдан башлап республика Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса йылына ике тапҡыр үткәрелә. Күп милләтле республикабыҙҙа мәҙәниәтебеҙ ҙә күп төрлө, һәр халыҡтың кейемдәре сағыу булыу менән бергә, халыҡтың эске булмышының сағылышы ла. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған. Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған. Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ла төрлө күркәм саралар менән халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләнә. Ауырғазы районының Түрҫәгәҙе ауылы мәктәбе уҡыусылары башҡорт кейемдәрендә бейеүҙәр башҡарҙы. #Милликейемкөнө#Деньнациональнойодежды#Ауырғазырайоны

15 АПРЕЛЬ - РЕСПУБЛИКАБЫҘҘА МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ
15 АПРЕЛЬ - РЕСПУБЛИКАБЫҘҘА МИЛЛИ КЕЙЕМ КӨНӨ БИЛДӘЛӘНӘ

Милли кейем көнө  2020 йылдан башлап республика Башлығы Радий Хәбиров Указы буйынса йылына ике тапҡыр үткәрелә.

Күп милләтле республикабыҙҙа мәҙәниәтебеҙ ҙә күп төрлө, һәр халыҡтың кейемдәре сағыу булыу менән бергә, халыҡтың эске булмышының сағылышы ла. Кеше үҙенең күңел донъяһын кейеме аша асып бирергә ынтылһа, милләттең дә йәшәү рәүеше, көнкүреше, эске донъяһы тышҡы ҡиәфәтендә сағыла. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән, уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.

Башҡорттоң иһә күңел байлығы сигеү-нағышта, мәрйендән селтәрләп яһалған биҙәүестәрҙә, көмөшкә сүкеп һалынған биҙәктәрҙә сағылған.

Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында ла төрлө күркәм саралар менән халҡыбыҙ мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләнә. Ауырғазы районының Түрҫәгәҙе ауылы мәктәбе уҡыусылары башҡорт кейемдәрендә бейеүҙәр башҡарҙы.

#Милликейемкөнө#Деньнациональнойодежды#Ауырғазырайоны

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: