Рух
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Апрель 2022, 09:57

ИЗГЕ РАМАҘАН АЙЫ ДАУАМ ИТӘ

Ураҙаның төп маҡсаты – тәрбиә – кеше күңелендә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреү, тип аңлата дин. Тимәк, беҙ ҙә ураҙаның ана шул төп сифаттарын хәтерҙә генә тоторға тейешбеҙҙер.

ИЗГЕ РАМАҘАН АЙЫ ДАУАМ ИТӘ
ИЗГЕ РАМАҘАН АЙЫ ДАУАМ ИТӘ

Ураҙаның төп маҡсаты – тәрбиә – кеше күңелендә игелек, тормошта әҙәп, тәнгә сәләмәтлек, йәнгә рухи тәрбиә биреү, тип аңлата дин. Тимәк, беҙ ҙә ураҙаның ана шул төп сифаттарын хәтерҙә генә тоторға тейешбеҙҙер.

Ураҙаның рухи яҡтан тәрбиәһенә килгәндә, ул, иң элек, әҙәм балаһында күркәм холоҡ, сабырлыҡ, әҙәп, кеселекле һәм кешелекле була белеү, тәҡүәлек, мәрхәмәт-шәфҡәт кеүек хистәр тәрбиәләүгә ярҙам итә.

УРАҘАҒА НИӘТ ҺӘМ ИФТАР ДОҒАЛАРЫ

Сәхәр ашағандан һуң

Ҡояш ҡалҡырҙан ике сәғәт алда, сәхәр ашын ашағандан һуң, фарыз ураҙаны тотоу өсөн ошондай ниәт ҡылына:

“Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Нәүәйтү ән әсүмә саумә шәһри рамаҙанә минәл-фәжри иләл-мәғриби хаалисәл-лилләһи тәғәләә. Аллаһу әкбәр”.

Мәғәнәһе: “Аллаһы Тәғәлә өсөн тип, таң атҡандан башлап ҡояш байығанға тиклем ихласлыҡ менән ураҙа тоторға ниәтләнем. Аллаһ – Бөйөк”.

Ауыҙ асҡанда уҡыла торған доға

 

“Бисмилләһир-рахмәнир-рахим.

Аллаһүммә ләкә сумтү үә бикә ғәмәнтү үә ғәләйкә тәүәккәлтү үә ғәләә ризҡиҡә әфтартү үә лисауми ғадим мин шәһри рамаҙанә нәүәйтү фәғ-фирли мә ҡаддәмтү үә мәә әххартү. Бирахмәтика йәә әрхәмәр-рахиммин”.

 

Мәғәнәһе: “Эй, Раббым! Һинең ризалығың өсөн генә ураҙа тоттом. Һиңә генә иман килтерҙем, эштәремде тик үҙеңә генә тәүәккәлләйем. Һин биргән ризыҡ менән ауыҙ астым, иртән тағы ла ураҙаға ниәт иттем. Эй, гонаһтарҙы ярлыҡап ҡына тороусы Аллаһ, үткәндә эшләгән гонаһтарымды ла, эшләү ихтималы булһа, киләсәктәгеләрен дә ғәфү ит!” – тип доға уҡып, ауыҙға бер семтем тоҙ ҡабып йәки һыу эсеп ауыҙ асаһың. Был ғәмәлде башҡарғанда күршеләрҙе, туған-тыумасаңды саҡырыу һауаплы һанала.

“Башҡортостан календары”нан бер аҙ ҡыҫҡартып алынды.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: