Беҙ күркәм туристик төбәккә әүереләбеҙ. 2021 йылда беҙгә 3,5 миллион кеше килде - 2020 йылға ҡарағанда 600 меңгә күберәк. Быйыл тағы ла күберәк ҡунаҡтар көтәбеҙ. Рәсәйлеләрҙең иғтибары сит илдәрҙән үҙебеҙҙең илгә күсә бара, әлбиттә, беҙ ошо мөмкинлекте 100 процентҡа файҙаланырға бурыслы.
Туризм тармағын үҫтереү өсөн республикала нимәләр эшләнә? Туроператорҙар республика буйлап яңы маршруттар әҙерләй. «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары әүҙем. «Шүлгәнташ» музей комплексына ҙур өмөттәр бағлана. Кемпингтар, глэмпингтар, визит-үҙәктәр төҙөү, бөтә кимәлдәрҙә ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһын үҫтереү дауам итә.
Әлбиттә, башҡараһы эштәр байтаҡ әле. Федераль кимәлдән ҙур ярҙам бар, республика ярҙам саралары өҫтөндә лә эштәр алып барыла. Республика халҡына һәм ҡунаҡтарына тәҡдим итерлек нәмәләр байтаҡ.
“Башҡортостанға рәхим итегеҙ!”
(Башҡортостан Башлығы Р.Хәбиров сәхифәһенән).