Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2022, 20:52

«ЛИМПОПО ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ» ШӘП БУЛДЫ

Үҙәк район балалар китапханаһы ҡарамағындағы «Мөғжизәләр иле» үҫеш үҙәгендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн грант буйынса Корней Чуковскийҙың юбилейына арналған «Лимпопо иленә сәйәхәт» әҙәби байрамы үтте.

«ЛИМПОПО ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ» ШӘП БУЛДЫ
«ЛИМПОПО ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ» ШӘП БУЛДЫ

Үҙәк район балалар китапханаһы ҡарамағындағы «Мөғжизәләр иле» үҫеш үҙәгендә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн грант буйынса Корней Чуковскийҙың юбилейына арналған «Лимпопо иленә сәйәхәт» әҙәби байрамы үтте.

«Мойдодыр», «Айболит» һәм «Сыңҡылдаҡ себен»дең һәр битендә нимә яҙылғанын уҡый белмәгән саҡта уҡ күптәр белә ине инде. Ошо әҫәрҙәрҙең барыһын да изге тылсымсы - быйыл 140 йәшен тултырған билдәле балалар яҙыусыһы Корней Иванович Чуковский яҙған.

 

Корней Чуковскийҙың әкиәттәре буйынса бик күп нәфис фильмдар, йәнһүрәттәр төшөрөлгән. Уларҙы ҙур ҡыуаныс менән тағы әллә күпме быуын балалары ҡараясаҡ һәм тыңлаясаҡ... Балалар Айыу һәм һоро бүре костюмдарында әкиәт персонаждары менән бергә К.Чуковский әҫәрҙәре буйынса мауыҡтырғыс сәйәхәттә булды, «Әкиәтте бел» уйынында ҡатнашты, уҡыған өҙөктән әкиәттең исемен белергә кәрәк ине. Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы студенттары Кристина Үтәмешева, Ленар Рәхмәтуллин балаларҙы «Айболит кәңәштәре» ҡурсаҡ спектакле менән ҡыуандырҙы, ә балалар үҙ сиратында һорауҙарға ихлас яуап бирҙе.

 

Сарала ҡатнашыусылар иғтибарына « Изге күңелле олатай Чукоша» тип аталған китап күргәҙмәһе тәҡдим ителде, унда К.Чуковскийҙың популяр һәм балалар яратып өлгөргән әҫәрҙәре ҡуйылғайны.

 

Ауырғазы үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Айгөл Ғәзиева сәләмләү һүҙе менән сығыш яһап, проект бының менән генә тамамланмауын, үҙенең эшен мотлаҡ дауам итәсәген белдерҙе. Проекттың социаль партнерҙарын: «Ғаилә» көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәген, «Альтаир» өҫтәмә белем биреү ойошмаһын, Б.Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбен, район Мәҙәниәт һарайын рәхмәт хаттары менән дәртләндерҙе.

Проект етәксеһе - «Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте» республика йәмәғәт ойошмаһының Ауырғазы районы бүлексәһе рәйесе Асулов Рәмил проектта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла рәхмәт әйтте.

 

Балалар скрипка, баян, гитара, фортопиано һәм балалар хорын һоҡланып тыңланы. Уларҙы Бәхти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбе, уҡытыусылар: Мират Мусин, Эльмира Ғәзизова, Людмила Афанасьева бүләк итте.

Район мәҙәниәт һарайының «Шатлыҡ» өлгөлө балалар хореография ансамбле (художество етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альбина Йәлилова) «Калинка» рус халыҡ бейеүен тәҡдим итте.

Алып барыусы китапханасы Светлана Әмирханова интерактив ҡом менән эшләү күнекмәләрен ойошторҙо. Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы рәссамы Айгөл Ҡудашева балаларҙы аквагрим менән биҙәндерҙе. Сара күңелле сюрприз - бағыусыларыбыҙҙың иҫ киткес бүләктәре менән тамамланды!

Китапхана хеҙмәткәрҙәре проектты тормошҡа ашырыуҙа финанс һәм матди ярҙам күрһәткән бағыусыларға: Ауырғазы төҙөлөш сервисы йәмғиәтенә (етәксеһе Бикмәтов Рим), Ауырғазы монтаж Сервис йәмғиәтенә (директоры Игорь Альберт улы), шәхси эшҡыуарҙар Илһөйәр Хәмиҙуллина һәм Асиль Ханға рәхмәт белдерә.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: