Рух
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Март 2022, 23:57

АУЫЛЫБЫҘҘА АШ-ҺЫУ ОҪТАЛАРЫ КҮП

Бауырһаҡ - башҡорттарҙың милли ҡамыр аштарының береһе. Уның төрҙәре һәм бешереү ысулдары төрлө. Беҙҙең Мораҙым ауылында был татлы ризыҡты бешереү оҫталығы менән дан тотҡан ҡатын - ҡыҙҙар бик күп.

АУЫЛЫБЫҘҘА АШ-ҺЫУ ОҪТАЛАРЫ КҮП
АУЫЛЫБЫҘҘА АШ-ҺЫУ ОҪТАЛАРЫ КҮП

Бауырһаҡ - башҡорттарҙың милли ҡамыр аштарының береһе. Уның төрҙәре һәм бешереү ысулдары төрлө.
Беҙҙең Мораҙым ауылында был татлы ризыҡты бешереү оҫталығы менән дан тотҡан ҡатын - ҡыҙҙар бик күп.


Беҙ уларҙы мәҙәниәт йортонда  үткән "Бауырһаҡ байрамы”на йыйҙыҡ.
Сараның төп маҡсаты: фольклорҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеү, милли аш-һыу төрлөлөгөн, халҡыбыҙ кейемдәренең матурлығын күрһәтеү  булды.


Фойела бауырһаҡтың төрлө төрҙәренән өҫтәл әҙерләнде. Табын түрен самауыр биҙәп торҙо.. Татлы ризыҡтың ниндәй генә төрөн бешермәгәндәр: иләк бауырһағы, бауырһаҡ,ҡош теле, сәк-сәк, урама... Тәмлелеге, телеңде йотарлыҡ! Бауырһаҡ менән бер рәттән сәк-сәк,белен,ҡоймаҡ та урын алды
Шулай уҡ бәйләнгән , тегелгән, сигелгән, үрелгән әйберҙәрҙән күргәҙмә ойошторолдо. Кейемдәр, шәлдәр, ойоҡбаштар, ултырғыс япмалары күҙҙең яуын алып торҙо.
Йыр-моңға күмелеп байрам дауам итте, дәртле көйгә бейергә лә төштөләр.
Нурия Ильясова, Әлфинур Смакова бауырһаҡ бешереү серҙәре менән бүлеште, шиғырҙар һөйләне.
Фәрзәнә апай Килдина моңло йыры менән байрамға йәм өҫтәне.
Ағинәйҙәребеҙ "Йыуаса",  "Яҙғы йыр" ҙы башҡарҙылар.
Күңелле байрамдан һуң , бергәләп татлы бауырһаҡтар менән һыйланып, самауыр сәйе менән эстек.
Ауылыбыҙҙың уңған апайҙарына, ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ!

 

Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: