Рух
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март 2022, 21:04

МӨҒЖИЗӘЛЕ СӘЙӘХӘТ

Белеүегеҙсә, Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары фондының икенсе конкурсында район китапханаһының «Мөғжизәләр иле» үҫеш үҙәгенең проекты еңеү яуланы. Был балалар өсөн төрлө әһәмиәтле саралар үткәреү өсөн яҡшы мөмкинлек бирҙе.  

МӨҒЖИЗӘЛЕ  СӘЙӘХӘТ
МӨҒЖИЗӘЛЕ СӘЙӘХӘТ

Ошо проект ярҙамында18 мартта үҙәк район балалар китапханаһында «Альтаир» өҫтәмә белем биреү учреждениеһы менән берлектә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн «Балалар ҡулдары тылсымы» биҙәү-ҡулланма ижады буйынса сара һәм «Оригами иле» оригами техникаһы менән танышыу ойошторолдо. Тәбрикләү һүҙе менән проект етәксеһе, Республика инвалидтар йәмғиәтенең Ауырғазы районы ойошмаһы рәйесе Асулов Рәмил сығыш яһаны. Балаларҙы әкиәт персонаждары - Һоро бүре менән Айыу ҡаршы алды. Китапханасы Африка джунглиҙары донъяһы менән таныштырҙы, бер аҙҙан Оригами ҡалаһына сәйәхәткә юлландылар, унда уларҙы принцесса Оригами һәм тылсымлы квадрат көтә ине. Улар балаларҙы ҡағыҙ пластика - боронғо Японияла тыуған оригами сәнғәте менән таныштырҙы.

«Альтаир» рәссамы Венера Сәлимйән ҡыҙы Ғәлиева аппликация һәм оригами техникаһы эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡағыҙҙан төрлө фигуралар эшләне. Ярҙамға «Ижади лаборатория» күргәҙмәһе ойошторолған, унда ҡағыҙҙан эшләнгән төрлө әйберҙәр ҡуйылған, балаларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн китаптар ҙа тәҡдим ителә.

Китапхана системаһы рәссамдары Гөлназ Васильева һәм Айгөл Ҡудашева балалар өсөн аквагрим ойошторҙо. Малайҙар һәм ҡыҙҙар фотолағы образдарҙың теләгәнен һайлап, аквагрим яһау өсөн сиратҡа теҙелде.

Иң һуңында балалар интерактив ҡомлоҡта «Телмәр үҫтереү» режимында төрлө уйындар уйнаны. «Тауыштарҙы урынлаштыр», «Хикәйә төҙө», «Һүҙҙәр йый», «Релаксация» уйындары балалар күңеленә хуш килде, улар ҙур мауығыу менән шөғөлләнделәр.

Балалар ҡатырға һәм ҡағыҙ менән эшләгәндә ниндәй ҡоралдар һәм материалдар кәрәк икәнен тағы бер иҫтәренә төшөрҙөләр, үҙҙәренең оҫталыҡтарын һынап ҡаранылар, оригами һәм аппликация стилендә әйберҙәр эшләүҙең бик ҡыҙыҡлы икәнен төшөндөләр. Бындай йылы атмосферала үткән инклюзив дәрестәр уларҙың балаларға берҙәм, дуҫ булырға, ижади эшләргә өйрәтә.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: