Үтәймулла ауыл мәҙәниәт йорто менән ауыл китапханаһы хеҙмәткәрҙәре мауыҡтырғыс фольклор-уйын программаһы әҙерләне.
Улар халҡыбыҙҙың «Аулак өй» тип аталған көнкүреш йолаһы буйынса күркәм сара үткәрҙе. Сәхнәне ауыл йорто декорацияһы менән биҙәнеләр, башҡорт халыҡ кейемдәрен әҙерләнеләр.
Төрлө халыҡ уйындарына балалар теләп ҡушылды, бәйгеләрҙә сәмләнеп ярышты. Арҡан тартыу, йөҙөк һалыш, һ.б. уйындар бер-береһен алыштырып торҙо. Сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы байрам.
Ҡатнашыусылар халҡыбыҙҙың был йолаһы тураһында тағы ла күберәк белде.
Башҡорт халҡының йола байрамдары, ғөрөф-ғәҙәттәре бихисап, уларҙы популярлаштырыу өсөн төрлө мәҙәни саралар райондың барлыҡ мәҙәни усаҡтарында ла ойошторолоп тора. Халыҡ тел ижадын һаҡлау, уны быуындарға тапшырыу – изге бурыс ул.