Рух
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Февраль 2022, 12:32

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ «ТУҒАН ТЕЛ» ШИҒЫРЫ ТӨРЛӨ ТЕЛДӘРҘӘ ЯҢҒЫРАЯСАҠ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Башҡортостан халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһы әҙерләй.

РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ «ТУҒАН ТЕЛ» ШИҒЫРЫ ТӨРЛӨ ТЕЛДӘРҘӘ ЯҢҒЫРАЯСАҠ
РӘМИ ҒАРИПОВТЫҢ «ТУҒАН ТЕЛ» ШИҒЫРЫ ТӨРЛӨ ТЕЛДӘРҘӘ ЯҢҒЫРАЯСАҠ

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы Башҡортостан халыҡтары телдәрендә видеороликтар серияһы әҙерләй.

Республикала йәшәүсе төрлө милләт вәкилдәре Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырын һөйләй. Проект Башҡортостандың халыҡ шағирының 90 йыллығына һәм Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бағышлана.


- Тиҙҙән БЮТ телеканалында «Туған тел» шиғырының төрлө телдәрҙә яңғырағанын ишетәсәкһегеҙ. Тамашасылар башҡарыусыларҙы милли кейемдәрҙә күрәсәк. Беҙҙең проект – халыҡтар дуҫлығы проекты, ул илдә булған барлыҡ телдәргә һәм милли мәҙәниәттәргә хөрмәт билдәһе. Ярҙамдары һәм берҙәм эш өсөн Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ, БДУ-нан фекерҙәштәребеҙгә рәхмәтлебеҙ, ти проект продюсеры Наил Юнысов.


Башҡорт Википедияһындағы 50-се мәҡәлә нәҡ ошо шиғырға бағышланған. Мәҡәләне Украина википедиясыһы Виктор Семенюк башҡорт телендә яҙған. «Туған тел» шиғыры рус, белорус, украин, саха телдәренә тәржемә ителгәне билдәле. Быйыл ул ҡырғыҙ, төркмән, ҡаҙаҡ, удмурт, мари һәм башҡа телдәрҙәгеләре менән тулыланды.


- Беҙҙең өсөн был проект мөһим. Төрлө халыҡ вәкилдәре Рәми Ғарипов шиғырын үҙҙәре тәржемә итте, төрлө төбәктәрҙәге эксперттар менән кәңәшләшеп эшләне. Тәржемәләр төрлө, ирекле стилдә лә бар, уларҙың мәғәнәһе бер: туған тел - һәр халыҡтың, бөтөн кешелектең төп ҡиммәте, - тип белдерәләр Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан.


– Был бик ҡыҙыҡлы эш булды. Һәр халыҡ вәкилдәре Рәми Ғариповтың үлемһеҙ шиғырын үҙҙәренеке кеүек итеп ҡабул итеүҙәре ғәжәп, - ти проект режиссеры Светлана Громова.

Ойоштороусылар проектты киңәйтергә уйлай. Ул Рәми Ғариповтың 90 йыллыҡ юбилейы йылында киң масштаблы проектҡа әйләнергә тейеш, тип иҫәпләйҙәр.


Шиғырҙың тәржемәләре БЮТ телеканалының социаль селтәрҙәрендә урынлаштырылған. Шулай уҡ телеканалдан ошо флешмобҡа ҡушылырға саҡыралар.

 «Дуҫтар, әйҙәгеҙ Рәми Ғариповты бергәләп иҫкә алайыҡ, туған телдәребеҙҙең киләсәге тураһында уйланайыҡ, «Туған тел» шиғырын тағы бер уҡып, уны аңлайыҡ, Шағирҙың васыятын ишетәйек. Һәр кем үҙенең туған телендә. Беҙ үҙебеҙҙең күп милләтле илебеҙҙе яратабыҙ, ҡабатланмаҫ, бөйөк туған телдәребеҙ менән ғорурланабыҙ! Ә һеҙ?» - тиелә мөрәжәғәттә.

Флешмобта теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Түбәндәге хэштегтарҙы ҡуйығыҙ: #МинеңРәми90 #РоднойЯзык2022

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: