Рух
+10 °С
Ямғыр
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Февраль 2022, 23:16

ЛЕГЕНДАЛАР МЕНӘН ҺУҒАРЫЛҒАН УРАЛ ЕРЕ (Фәнүзә НӘҘЕРШИНА).

Уралдың гүзәл тәбиғәте элек-электән үҙе бер сер донъяһы булып, һәр ташы, һәр йылғаһы тарих һөйләр ҡомартҡы күрелеп, кешеләрҙең ижади фантазияһын уятҡан, күп һанлы поэтик әҫәрҙәр тыуҙырыуға сәбәпсе булған.

ЛЕГЕНДАЛАР  МЕНӘН  ҺУҒАРЫЛҒАН  УРАЛ  ЕРЕ (Фәнүзә НӘҘЕРШИНА).
ЛЕГЕНДАЛАР МЕНӘН ҺУҒАРЫЛҒАН УРАЛ ЕРЕ (Фәнүзә НӘҘЕРШИНА).

Уралдың гүзәл тәбиғәте элек-электән үҙе бер сер донъяһы булып, һәр ташы, һәр йылғаһы тарих һөйләр ҡомартҡы күрелеп, кешеләрҙең ижади фантазияһын уятҡан, күп һанлы поэтик әҫәрҙәр тыуҙырыуға сәбәпсе булған. Рельефтың тәбиғи үҙенсәлектәренән тыш, Көньяҡ Уралда булып үткән ҡатмарлы этник процестар, иҫтәлекле тарихи, социаль-көнкүреш ваҡиғалары ла ата-бабалар хәтерендә эҙһеҙ ҡалмаған.

Ошо ваҡиғаларға ҡарата халыҡ телендә күп һанлы һәм төрлө риүәйәт, легендалар тыуған, ҡобайырҙар әйтелгән, йырҙар йырланған. Урын исемдәренә бәйле хикәйәләрҙең бер төркөмөн боронғо ышаныуҙар нигеҙендә тыуған әҫәрҙәр тәшкил итә. Бындай легендаларҙа тауҙың, йылға-күлдең һ.б. объекттарҙың, уларҙың исеменең барлыҡҡа килеүе мөғжизәле ваҡиға, ғәҙәти булмаған хәл-әхүәлдәр аша аңлатыла. Ундай сюжеттарҙың нигеҙендә донъя яралыу хаҡындағы ғаләми мифтарҙың һыҙаттары ята.

Тауҙарҙың, ҡая-таштарҙың, һәр төрлө ҡалҡыулыҡтарҙың, убаларҙың барлыҡҡа килеүе лә башҡорт легендаларында йыш ҡына мифологик сюжеттарға, атап әйткәндә, мөғжизәле дәү кешеләр – Алпамышаларҙың “эшмәкәрлегенә” бәйләп аңлатыла.

Әгәр ҙә эпоста, ҡобайыр-иртәктәрҙә, риүәйәт-легендаларҙа тәбиғәт объекттары атамаларының килеп сығышын аңлатыу төп урында торһа, йырҙарҙа – ер-һыуға бәйле кешеләр күңелендә тыуған гүзәл тойғоларҙы моңға һалыу. Әҙәм балаһы ҡайһы ғына төбәктә йәшәмәһен, уға шул ерҙәге эскән һыуы, йәғни йылға-күлдәре, туҡландырған тупрағы ҡәҙерле. Шуға ла йырҙарҙың исемдәре төрлө булһа ла, есемдәре бер: тәбиғәт матурлығын данлау, ата-баба ер-һыуын ололау, ситтә йәшәгәндәрҙең һағышын сағылдырыу.

Фәнүзә НӘҘЕРШИНА.

Автор:
Читайте нас в