Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ғинуар , 22:39

БАШҠАЛА АРТИСТАРЫ – РАЙОНДА ҠУНАҠТА

Халыҡ-ара хореографтар көнөндә район мәҙәниәт һарайына Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ансамбле артистары килде

БАШҠАЛА АРТИСТАРЫ – РАЙОНДА ҠУНАҠТА
БАШҠАЛА АРТИСТАРЫ – РАЙОНДА ҠУНАҠТА

Халыҡ-ара хореографтар көнөндә район мәҙәниәт һарайына Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ансамбле артистары килде

Лиана Йыһаншина һәм Руслан Ниғмәтуллин – Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия ансамбле бейеүселәре. Улар үҙҙәренең һөнәри байрамында «Шатлыҡ» өлгөлө бейеү ансамбленең төп һәм урта төркөмө менән осрашты. Әйткәндәй, Лиана үҙе лә ансамблде оҙаҡ йылдар етәкләүсе хореограф Альбина Йәлилованың тәрбиәләнеүсеһе. Артистар башҡорт бейеүен башҡарыу үҙенсәлектәре һәм уның төп элементтары буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте.


Улар башҡорт хореографияһына хас төп хәрәкәттәрҙе аңлатты һәм практикала башҡарҙы. Ирҙәр бейеүенең төп элементтары һикереү, ырғыу, әйләнеү атта сабыу, уны юрттырыу булһа, ҡатын-ҡыҙҙар
«ең һыҙғаныу», «ҡул сабыу», «тыпырҙау», төрлө «ҡул эштәре»н сағылдыра.



Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар Башҡорт дәүләт ансамбленең  «Алтын фонды»на ингән «Гөлнәзирә» һәм «Бөрйән ҡыҙы» бейеүҙәрен өйрәнде. Балалар ҡунаҡтарҙың  һәр һүҙен тыңланы, һәр хәрәкәтен ихлас ҡабатланы. Улар өсөн был оҫталыҡ дәресе бик мауыҡтырғыс һәм файҙалы булды.


Ауырғазы районы мәҙәниәт бүлеге исеменән Лиана Йыһаншина менән Руслан Ниғмәтуллинға Рәхмәт хаты тапшырылды.

 

(Альбина Йәлилова сәхифәһендәге яҙма ҡулланылды).

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в