Зәки Исмәғил улы үҙ ҡулы менән төрлө әйберҙәр эшләй. Балсыҡтан әүәләү, ағасты биҙәү, техника төҙәтеү-йыйыу булһынмы – ул барыһын да еренә еткереп, ижади процесҡа бөтә оҫталығын һалып башҡара.
Хатта ул студент сағында металл ҡалдыҡтарынан ысын автомобиль дә йыйған булған. Уның менән оҙаҡ йылдар йөрөгән дә. Техникаға булған һөйөү автосервис асыуға ла йүнәлеш биргәндер.
Талбазы һөнәрселек училищеһында хеҙмәт дәрестәрен уҡытҡанда уның эш кабинеты республика буйынса иң яҡшыһы тип таныла.
Кеше, йәнлек һындары, төрлө биҙәкле һауыт-һаба һәм башҡа нәмәләр уның күңел йылыһы, оҫта ҡулдары ярҙамында донъя күрә. Быларҙы эшләү өсөн ул төрлө станок-яйланмалар эшләп алған. Уларҙа хатта бәләкәйҙәр ҙә эшләй ала.
Уҡыусыларға ла «Альтаир» өҫтәмә белем биреү учреждениеһында балсыҡтан төрлө әйберҙәр эшләү серҙәрен өйрәтә. Уның ейәндәре Арсен Нагаев менән Сыңғыҙ Әүхәҙиевтар ҙа олаталарының һөнәре менән мауығып китәләр һәм эштәре менән район, республика һынлы сәнғәт һәм керамика буйынса ярыштарҙа призлы урындар яулайҙар.
Зәки Нагаевтың оҫтаханаһында ниндәй генә әйберҙәр урын алмаған! Ул шәхси күргәҙмәһе менән иң яҡшы баһаларға лайыҡ була.
Үткән йылда оҫта эшҡыуарҙар өсөн телешоу форматында ойошторолған «Ремесленник Башкортостана – мастер креативной индустрии» проектында ҡатнашты. Был конкурс халыҡ кәсептәре һәм һөнәрҙәре өлкәһендә эшләүселәрҙең ижад емештәрен киң массаға сығарыу, уларҙы танытыу.
Конкурстың финалы Башҡортостандың Милли музейында үтте. Бында ойошторолған тапшырыуҙы әҙерләү майҙанында республиканың иң яҡшы ун кәсепсеһе үҙенең оҫталығын күрһәтте, эшен нисек башлап ебәреүе, уны үҫтереүе, киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, эшлекле уйындарҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Мәртәбәле баһалама ағзалары һөҙөмтәләр буйынса 1-се урынды Сибайҙан эшҡыуар Дмитрий Семенцовҡа бирһә, 2-се урын шәхси эшҡыуар, беҙҙең яҡташыбыҙ Зәки Нагаевҡа бирелде.
Балалаларға халыҡ кәсебе серҙәрен өйрәткән, уның һөнәри мираҫын үҫтергән эшҡыуарға киләһе йылдарҙа ла уңыштар теләйбеҙ, уның уҡыусылары ла тағы ла юғарыраҡ уңыштарға өлгәшһен!