Рух
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Ғинуар 2022, 23:01

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Мораҙым ауылы мәҙәниәт йортонда балалар өсөн матур тамаша үтте

ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ
ӘКИӘТ ИЛЕНӘ СӘЙӘХӘТ

Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә әкиәт ярата. Ҡарһүҙҙең тәрбиәүи мәғәнәһе лә кинәйәле.

Шуға күрә ошо мөғжизәле Яңы йыл байрамдарында “әкиәт персонаждары” ла көтөп алынған ҡунаҡ кеүек.

 

Мораҙым клубы хеҙмәткәрҙәре мәктәп уҡыусылары менән бергә "Әкиәттәр иленә сәйәхәт" тип атаған матур сара барыһының да күңеленә хуш килде.

 

Балаларҙың ниндәй әкиәттәрҙе яҡшыраҡ белеүен төрлө һорауҙар ярҙамында асыҡланылар. Улар һәр һорауға яуапты ла тиҙ тапты.

 

Һуңынан һәр кем белгән “Шалҡан” әкиәтен сәхнәләштерҙеләр.

Бик ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс булды. Һәр бала үҙенең ролен яратып башҡарҙы. Кескәй артистарҙы татлы күстәнәстәр менән һыйланылар.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас: