Рух
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Декабрь 2021, 22:13

“ӘРМЕ” (Башҡорт халыҡ йыры) тарихы

Башҡорт ырыуҙары үҙ ихтыярҙары менән Рус дәүләтенә ҡушылып бөткәс, Мәскәү батшаһы уларҙы «сиреү» хеҙмәтенә йәлеп итә. Сик һаҡларға барыу хеҙмәтенә алынған ир-егет егерме биш йыл дауамында өҙлөкһөҙ үҙ бурысын үтәргә мәжбүр ителә. Шуға күрә әрме хеҙмәтенә оҙайлы ваҡытҡа китеү үлемгә китеү менән тиң һанала. Был хеҙмәткә һәр бишенсе йорттан бер кеше алыныр була.

“ӘРМЕ” (Башҡорт халыҡ йыры) тарихы
“ӘРМЕ” (Башҡорт халыҡ йыры) тарихы

Башҡорт ырыуҙары үҙ ихтыярҙары менән Рус дәүләтенә ҡушылып бөткәс, Мәскәү батшаһы уларҙы «сиреү» хеҙмәтенә йәлеп итә. Сик һаҡларға барыу хеҙмәтенә алынған ир-егет егерме биш йыл дауамында өҙлөкһөҙ үҙ бурысын үтәргә мәжбүр ителә. Шуға күрә әрме хеҙмәтенә оҙайлы ваҡытҡа китеү үлемгә китеү менән тиң һанала. Был хеҙмәткә һәр бишенсе йорттан бер кеше алыныр була.

Байҙар, был ауыр бурыстан үҙ балаларын ҡотҡарып алып ҡалыу өсөн, төрлө юлдарға барған. Мөмкинлек булғанда, үҙҙәренең улдары урынына ярлылыҡтан башы сыҡмаған йәш-елкенсәкте яллаған. Йә булмаһа, йәйләүгә күсеп ултырғанда, хәйләгә барып, бишенсегә ярлылар тирмәһен ҡорҙоралар. Тирмә урынын һайлау байҙар, аҡһаҡалдар, тархандар ихтыярында булғас, был алымды ҡулланыу ҙа ауырлыҡ тыуҙырмаған.

Иңдәренә сик һаҡлау бурысы төшкән егет хеҙмәткә үҙ кейеме, үҙ аты менән тәьмин ителергә тейеш була. Ошо сәбәпле, уның ата-әсәһен, ғаиләһен лә, йышыраҡ осраҡта, бөлгөнлөккә төшөү, ҡарауһыҙ ҡалыу кеүек ауыр һынауҙар көтә. Сиреү хеҙмәтенән баш тартыу осрағында туҡмау-язалау алымдары ла ҡулланыла. Егеттең ат-туны булмаһа, уны таш ҡаҙыу, урман ҡырҡыу кеүек ауыр эштәргә ҡыуалар, шунда тамаҡ хаҡына көн күрергә мәжбүр итәләр. Был түҙеп торғоһоҙ ауыр хеҙмәткә сыҙамай, ҡасып ҡайтыусылар ҙа булған, улар урманда ҡасҡы булып йәшәгәндәр, ти.

Хеҙмәтен тултырып, иленә ҡайтырға насип булғанын йыш ҡына ҡаршылаусы яҡындары ла булмаған. Ата-әсәһе ҡартайып, был донъянан китеп барған. Олоғайып, һаулығы ҡаҡшап ҡайтҡан ирҙең ғаилә ҡороп йәшәр хәле лә ҡалмай, яңғыҙлыҡҡа дусар булған… Ошондай тормошҡа ҡарата тыуған зарҙарын йырға һалған сиреү хеҙмәтенә алынғандар:

Әрмеләргә барып сәс еткереп,

Сәскенәйем етте үрмәгә.

Хоҙай ғына ҡушһа, бер ҡайтырбыҙ, тип әйҙүк.

Тыуған илкәйҙәрҙе күрмәгә.

Ҡояш ҡына сыға әйләнеп тә,

Аҡ болотҡайҙарға бәйләнеп.

Хаҡ Тәғәлә ҡушһа, бер ҡайтырбыҙ, тип әйҙүк,

Тыуған илкәйҙәргә әйләнеп.

Билгенәйем минең шул талдыра,

Ҡайыш, баулы ҡылыс бәйләһәм;

Аҡтан ғына ҡорбан салыр инем, тип әйҙүк,

Илкәйемә ҡайтып әйләнһәм.

Ырымбур ҙа юлы таҡырҙыр,

Күк күгәрсендәре лә йүгерә.

Таҡыр ғына түгел, баҡырҙыр, тип әйҙүк,

Шуны һаҡлау беҙҙе бөлдөрә.

Күк күгәрсенкәйҙәрҙең, ай күркенә,

Ҡарап тоҙом йәшел бүркенә.

Ир бала ла меҫкен ни хәл итһен, ай, һәйлүк,

Батша ҡуймай уның иркенә.

Өй башында ҡушлап ҡунып

Геүелдәй ҙә ике күгәрсен.

Беҙ йырлайбыҙ хәлдәр ауыр булғас, ай, һәйлүк,

Ғүмеребеҙ зая бит, күрәһең.

Төн йоҡламайынса йөрөгәнемдә

Буҙ турғайҙарҙы ла алдым юлдашҡа,

Уңлап та ғына һуллап ҡашым тарта, ай, һәйлүк,

Ни булыр ҙа икән был башҡа.

Ҡарлуғасҡайҙарҙың ҡойроҡтары

Ҡайсы ғына төҫлө айыры;

Батшаларҙың яуыз хеҙмәттәре, ай, һәйлүк,

Тыуған илдән беҙҙе айырҙы.

Иртә генә тороп тышҡа сыҡһам,

Күгәреп тә тора Ирәндек үңере.

Егерме биш йыл хеҙмәт аҙ тимәгеҙ, ай, һәйлүк,

Егерме биш йыл — ирҙәр ғүмере.

Йырҙың юлдарынан күренеүенсә, был йырҙы Ырымбур сик буйҙарын һаҡлау хеҙмәтендә тороусолар йырлаған. 

(“Башҡорт халыҡ йырҙары”).

Башҡорт википедияһынан.

Фото: karatu.ru

Автор:
Читайте нас в