Рух
+17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Декабрь 2021, 09:31

Төп шыршы мең төҫтәр менән балҡыны

Шәмбе көнө район үҙәгендә Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады үтте

Төп шыршы мең төҫтәр менән балҡыны
Төп шыршы мең төҫтәр менән балҡыны

Шәмбе көнө район үҙәгендә Ҡыш бабайҙар һәм Ҡарһылыуҙар парады үтте. Традицияға әйләнгән был сараны балалар ҙа, өлкәндәр ҙә яратып ҡаршы ала. Сағыу әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу менән фотоға төшөп, тамаша ҡарап, уйындарҙа ҡатнашып күңел асып ҡайталар.

Мәҙәниәт һарайынан башланған парадтың башында егелгән аттарҙа Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килә.

Улар үҙәк майҙандағы шыршы янында байрамдың төп өлөшөн дауам итте. Ҡыҙыҡлы уйындар программаһы, әйлән-бәйлән, тамашалар менән сара дауам итте.

Һуңынан райондың төп шыршыһын асыу тантанаһы булды.

Барыһы ла төрлө төҫтәр менән балҡыған шыршы янында күңел асты, байрамдан көс-дәрт алып, яҡшы кәйеф менән таралды. Ә алда тағы ла төрлө Яңы йыл тамашалары көтә.

Автор:Равиля Бардыбаева
Читайте нас в